Уларҙың төп бурыстарының береһе - хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау һәм иҫкәртеү, шуға күрә бүлек халыҡҡа һәм бизнес-берләшмәләргә әүҙем мәғлүмәт бирергә тырыша. Ошоға бәйле ергә эйә булыусыларға, ер хужаларына һәм ерҙе файҙаланыусыларға ҡарата күҙәтеү сараларының нисек һәм ни өсөн үткәрелеүен аңлатырға теләйбеҙ. Шулай уҡ уларҙың эҙемтәләре менән киң таралған ҡағиҙә боҙоуҙарға миҫалдар килтерергә булдыҡ.
Ер контроле (күҙәтеүе) ерҙәрҙең бөтә категорияларын һәм ерҙең бөтә милекселәрен, ер биләүселәрҙе һәм ерҙе файҙаланыусыларҙы үҙ эсенә ала.
Ер контроленең (күҙәтеүе) төп маҡсаты - кешеләрҙе ер ҡануниәтен үтәүгә этәреү.
Ер контроле (күҙәтеүе) үткәреү тәртибе иҫкәртеү саралары, планлы һәм пландан тыш инспектор тикшереүҙәре, күсмә тикшереүҙәр, мотлаҡ талаптарҙың үтәлешен күҙәтеү, инспекция визиттары, рейд тикшереүҙәре, шул иҫәптән граждандар, юридик шәхестәр һәм дәүләт власы органдары мөрәжәғәттәре буйынса үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Йыш осраған ҡағиҙә боҙоуҙарҙың береһе - ер участкаларын үҙ белдеге менән биләү, документһыҙ ер участкаларын файҙаланыу.
Миҫал итеп түбәндәге хәлде килтерергә мөмкин. Гражданда 1000 квадрат метр майҙанлы ер участкаһы милек хоҡуғында иҫәпләнә, әммә ул 1200 квадрат метр майҙанлы ер участкаһы менән файҙалана. Гражданин ҡойманы алмаштыра һәм үҙенең ер участкаһына дөйөм ҡулланылыштағы ерҙән өҫтәмә ер участкаһын кәртәләй. Был осраҡта дөйөм ҡулланылыштағы ерҙән 200 квадрат метр майҙанлы ер участкаһын үҙ белдеге менән биләү билдәләре асыҡлана.
Был граждандарға ҡарата Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексының 7.1-се статьяһы буйынса административ производство ҡуҙғатыла (артабан - РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексы). Ҡағиҙә боҙоусы
иҫкәртелә йәки штраф һалына.
Штрафтар бигерәк тә вазифалы һәм юридик шәхестәр өсөн бик ҙур һәм улар туранан-тура ер участкаһының кадастр хаҡына бәйле. Әммә минималь суммалар ҙа билдәләнгән. Граждандар өсөн штраф - 5000 һумдан, юридик шәхестәр өсөн 100000 һумдан кәм булмаясаҡ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: язаны ғына түгел, шулай уҡ ҡағиҙә боҙоуҙы бөтөрөү ҙә мөһим. Тикшереү ваҡытында ҡағиҙә боҙоу асыҡланғас, дәүләт ер инспекторы уны тейешле ваҡытта бөтөрөү тураһында күрһәтмә бирә, уның тамамланыуы менән тикшереү яңынан үткәрелә. Бойороҡто үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ билдәләнгән.
Ерҙе файҙаланыусы ер участкаһын бушатырға, хоҡуҡ билдәләүсе документтарҙа күрһәтелгән ер участкаһы майҙанына ярашлы билдәләнгән сиктәрҙә ҡойманы күсерергә йәки ер участкалары биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән власть органына (2021 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы шундай орган булып тора) мөрәжәғәт итергә бурыслы.
Иң йыш осраған ҡағиҙә боҙоуҙарҙың береһе - ерҙе маҡсатһыҙ файҙаланыу.
Бөтә ер участкалары категорияларға бүленә һәм һәр береһенең рөхсәт ителгән ҡулланыу төрө бар. Мәҫәлән, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн участкала (ИЖС) магазин йәки оҫтахана төҙөргә ярамай.
Рәсәй Федерацияһының Ер Кодексы милекселәрҙе һәм милексе булмаған кешеләрҙе ер участкаларын маҡсатлы тәғәйенләнешенә ярашлы файҙаланырға мәжбүр итә. Граждандар өсөн РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 8.8-се
статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡ ҡаралған: “Ер участкаларын маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмау” - 10 000 һумдан 20 000 һумға тиклем, вазифалы кешеләргә - 20 000 һумдан 50 000 һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 100 000 һумдан 200 000 һумға тиклем штраф һалына.
Ер участкаһын рөхсәт ителгән файҙаланыу категорияһын һәм төрөн милек хоҡуғы тураһында таныҡлыҡта йәки күсермәлә белергә мөмкин, йәиһә асыҡ кадастр картаһы сервисы аша аныҡларға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығының Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса муниципаль-ара бүлеге.