Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
1 Сентябрь 2023, 11:18

Кадрҙар "тимерлеге"

(Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегендә пост-патруль хеҙмәтенең барлыҡҡа килеү тарихы)

Кадрҙар "тимерлеге"
Кадрҙар "тимерлеге"

Милицияның пост-патруль хеҙмәте ойошторолған көн тип 1923 йылдың 2 сентябрен иҫәпләйҙәр. Был көндө РСФСР НКВДның Үҙәк административ идаралығы бойороғо менән «Пост милиционерына инструкция» иғлан ителә, ул пост хеҙмәте, пост милиционерының хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында дөйөм положениеларҙы регламентлай. 1926 йылдың уртаһына милицияның пост-патруль хеҙмәте подразделениелары бөтә ерҙә тиерлек ойошторола.

1923 йылда Белорет милицияһында милицияның атлы подразделениеһы ойошторола. Ул хәҙерге пост-патруль хеҙмәтенең киләсәк образы булып тора. Бүлексәнең шәхси составы яҡшы кейенгән һәм ҡоралланған була. Был ул ваҡыттағы иң мобиль подразделениеларҙың береһе була.

Яҡынса 1925 йылда милицияның кавалерия взводы менән Федор Крылов командалыҡ итә. 1934 йылда кавалерия взводы командиры итеп Федор Ермаков тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Белорет ҡала милиция бүлексәһенә элекке фронтовиктар Петр Зеркин, Григорий Латохин, Матвей Щербаков, Василий Косарев, Павел Маркин, Мария Зарубина хеҙмәт итергә ҡайта.

1960 йылдарҙа Белорет милицияһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса хеҙмәт ойошторола. 1962 йылдан милиция ҡоралланыуына резина таяҡтар һәм ҡул сылбырҙары ҡабул ителә. Улар менән йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен үтәгәндә ҡоралланырға рөхсәт ителә.

1965 йылда милицияла 54 кешенән торған йыйылма взвод ойошторола, уға объекттарҙы һаҡлау бүлексәләре, конвой бүлексәһе һәм пост-патруль хеҙмәте инә. Был взводтың беренсе командиры Николай Горячев була.

1968 йылда тышҡы хеҙмәт взводы командиры итеп Анатолий Карук тәғәйенләнә. Взводҡа өс М-62 мотоциклы беркетелә, уларҙың береһе взвод командиры өсөн тәғәйенләнелә.

1971-1974 йылдарҙа взвод менән Евгений Ионов, 1974-1977 йылдарҙа Олег Мезенцев командалыҡ итә.

1978 йылдың мартынан сентябренә тиклем берләшкән мотовзвод командиры итеп Алексей Бочаров тәғәйенләнә, һуңынан ҡыҫҡа ваҡыт комвзвод командиры булып Юрий Яблочкин хеҙмәт итә. 

Тышҡы хеҙмәт взводының сираттағы командиры итеп Николай Платонов тәғәйенләнә. Уның ҡарамағында ваҡытлыса тотоу изоляторын һаҡлау буйынса бүлексә (КПЗ), конвой бүлексәһе, эске эштәр идаралығы буйынса дежур ярҙамсылары, ППС бүлексәһе, хеҙмәткә ингәндә ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә була. Ул ваҡытта уларҙы «төнгө милиция» тип йөрөтәләр.

1982 йылда берләшкән мотовзвод командиры вазифаһына Владимир Мулюкин килә. 1983 йылда Белорет эске эштәр идаралығы эргәһендә ППС взводы ойошторола.

1982 йылда взводҡа оператив яуап биреү бүлексәһе командиры вазифаһына Сәмиғулла Ильясов тәғәйенләнә. Был ваҡытта Белорет эске эштәр бүлегендә милицияның атлы подразделениеһын тергеҙеп ҡарайҙар. Милицияның атлы подразделениеһын булдырыу инициаторы булып ҡала эске эштәр бүлеге начальнигы Йәмил Юнысов тора. Аттар һатып алына, уларҙы аҫрау өсөн ат һарайы төҙөлә. Аттарҙа ППС хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт итә. Башлыса улар ҡала ситтәрен (ҡала пляжы, Морат биҫтәһе) хеҙмәтләндерә, унда аттарҙа патруллек итеү һөҙөмтәле була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ППС хеҙмәтендә атлы подразделение артабан үҫешә алмай. Был ниндәйҙер кимәлдә 80-се йылдарҙа пост-патруль хеҙмәте эшенә стационар радиостанциялар менән йыһазландырылған автопатрулдәр, күсмә милиция төркөмдәре (ПМГ) индерелеүе менән бәйле.

1983 йылдың мартында Белорет эске эштәр бүлегендә Сергей Скворцов етәкселегендә пост-патруль хеҙмәте взводы ойошторола. 1986 йылда взвод командиры итеп Леонид Зюкаев, 1990 йылда Фуат Мәүлитбаев тәғәйенләнә.

1992 йылда взвод штат иҫәбендә 66 кеше булған ППС ротаһына үҙгәртелә. Артабанғы йылдарҙа Ф.Ш. Мәүлитбаев етәкселек иткән ротаның штат һаны 100-ҙән ашып китә. Шул уҡ ваҡытта районда ППС хеҙмәткәрҙәре һаны 14 кешенән артмай.

90-сы йылдар аҙағында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм эске эштәр бүлеге штатында бөтә хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау буйынса эште ойоштороу өсөн йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү хеҙмәтенең өлкән инспекторы вазифаһы индерелә. Был вазифаларҙа Сергей Скворцов, Сергей Ярин эшләй.

2001 йылда Белорет районы Эске эштәр бүлеге менән ҡала бүлексәһе берләшеүе сәбәпле яңы ойошторолған Белорет ҡала-район эске эштәр бүлегенең пост-патруль хеҙмәтендә штатҡа бәйле үҙгәрештәр була. ППС ротаһының һаны 115 хеҙмәткәргә тиклем еткерелә.

1997 йылдан ППС ротаһы хеҙмәткәрҙәре Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияларҙа ҡатнаша, бер нисә хеҙмәткәр хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә. КТО-ла ҡатнашыу буйынса Сергей Филимонов командировкаларҙа иң күбе була.

Ике Белорет тәртип һаҡсыһы КТО барышында һәләк була. ППС ротаһы бүлексәһе командиры Виталий Әхмәтйәнов 2001 йылдың 7 апрелендә ауыр яралана, Чечен Республикаһының Урус-Мартан районы биләмәһендә автоколонна хәрәкәте ваҡытында уның бронетранспортеры янында фугас шартлай. Виталий Рәил улы үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Бер нисә аҙнанан, 13 майҙа, тағы бер ҡайғылы хәбәр килә - постпатруль хеҙмәте ротаһы милиционеры Рушан Дәүләтбаев Урус-Мартан ҡалаһында һәләк була.

Белорет эске эштәр бүлеге тарихында шундай факттар ҙа билдәле: 1964 йылда пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре бер нисә тәүлек ялһыҙ һәм йоҡоһоҙ ҡаланың һыу баҫҡан Лука биҫтәһендә хеҙмәт итә. Кәмәләрҙә халыҡты ҡыйыҡтан алып, уларҙы һәм мөлкәтен хәүефһеҙ урынға сығара. Улар һыу баҫыу осоронда тәртипте, мөлкәтте һаҡлай, кешеләрҙе һәм хайуандарҙы ҡотҡара.

1994 йылдың авгусында Белоретты тағы ла ҙурыраҡ тәбиғәт афәте тетрәндерә. Тирлән быуаһы йырылып, кешеләр һәләк була, йорттар, биналар һыу аҫтында ҡала. ППС ротаһы хеҙмәткәрҙәре бер нисә ай дауамында Тирләндә йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итә.

2018 йылдың 14 сентябрендә территорияны патрулләү ваҡытында кесе полиция сержанты Ғәфүр Иҫәнбаев һәм полиция сержанты Владимир Гнетов Яр буйы урамында янғын күреп ҡала. Улар шунда уҡ ут ялмаған йорт эсенә ташлана. Ярҙамға
килгән полиция лейтенанты Флорид Хоҙайбирҙин, өлкән сержант Венер Чураков, полиция лейтенанты Динар Хәлилов өс йәштән ун ике йәшкә тиклемге дүрт баланы һәм уларҙың әсәһен уттан сығара.

Һөнәрилек, фиҙаҡәрлек һәм бурысына тоғролоҡтоң өлгөһө тип полиция пост-патруль хеҙмәте айырым ротаһының нарядтар менән идара итеү төркөмө инспекторы, полиция лейтенанты Вадим Мулынбаевтың ҡылығын атарға мөмкин. Ул 2023 йылдың 19 майында, отпускыла булған сағында, алыҫтан Себер урамындағы шәхси йорттоң янып китеүен күрә. Ул шунда барып, янған йорттан ике кешене сығарырға ярҙам итә.

Намыҫлы хеҙмәт тураһында һүҙ йөрөткәндә, хеҙмәт ветерандарын да иҫкә төшөрмәйсә булмай. Наил Вәлиев, Вил Ғиззәтуллин, Рөстәм Ғилметдинов, Хәйҙәр Сафин, Илдар Шинов, Сергей Скворцов, Сергей Ярин, Леонид Зюкаев, Фәрит Нуруллин күп йылдар хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән үтәй.

Пост-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Улар күмәк саралар, спорт ярыштары, байрамдар үткәреүҙә ҡатнаша. Республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү өсөн йыйылма отрядтар составында хеҙмәт командировкаларына ебәрелә.

2003 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең полиция пост-патруль хеҙмәте ротаһы командиры булып полиция подполковнигы Булат Ҡәйүмов эшләй. Хәҙер уның ҡарамағында 80-гә яҡын кеше. Рота ике взводтан тора, уларҙың береһе мобиль. Тәүлек әйләнәһенә 30-ға яҡын полицейский ҡала һәм район урамдарында патруллек итә.

Эш үҙенсәлеге пост-патруль хеҙмәткәрҙәренә оперативник, тәфтишсе, дознаватель, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор һәм хатта миграция мәсьәләләре буйынса бүлек хеҙмәткәре ролен үҙ өҫтөнә алырға мөмкинлек бирә. Пост-патруль хеҙмәте мәктәп, резерв, кадрҙар тимерлеге булған һәм бар. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең хәҙерге етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре һөнәри юлын пост-патруль хеҙмәтенән башлаған. Бынан эске эштәрҙең бөтә подразделениеларында талап ителгән юғары класлы белгестәр сыға.

Гүзәл ДРОНОВА, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: