Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Сентябрь 2023, 11:18

Полицейскийҙар Белем көнө менән ҡотланы

Белоретта хоҡуҡ һаҡлаусылар балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төрлө байрам сараларында ҡатнаша. Мәҫәлән, яңы уҡыу йылы башланыуға арналған тантаналы линейкала ҡаланың 1-се мәктәбендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, эске хеҙмәт полковнигы Радик Мостафин булды.

Полицейскийҙар Белем көнө менән ҡотланы
Полицейскийҙар Белем көнө менән ҡотланы

Ул балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын Белем көнө менән ҡотланы һәм уҡыусыларға уңышлы уҡыу процесы, яҡшы баһалар, яңы ҡыҙыҡлы асыштар теләне. Шулай уҡ Радик Рим улы балаларға өйҙә, мәктәптә һәм урамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығармаҫҡа ҡушты. Беренсе ҡыңғырау яңғырағас, ул беренселәрҙе  кластарына оҙатты.

Бер көн алда йәнә тантаналы сара үтте. 14 йәше тулған 8 йәш кешегә тәүге паспорттарын район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һәм Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция майоры Римма Абзалова тапшырҙы. Төп документтарын һәм Рәсәй Конституцияһының экземплярын ҡулдарына алып, балалар илебеҙ гражданына ант бирҙе. Улар тормоштоң яңы этабына старт биргән был көндө мәңгегә иҫтә ҡкаласаҡ тип белдерҙе.

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең бындай сараларҙа ҡатнашыуы балаларҙа әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреүҙә мөһим роль уйнай, уларҙы полиция формаһындағы кешеләргә ышанырға өйрәтә, яҡлау тойғоһо бирә һәм йәштәргә тәртип һаҡсыларының эше менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирә.

Гүзәл Дронова, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: