Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Сентябрь 2023, 11:22

Рух һәм тән сәләмәтлеге һағында

Участка терапевы - күп профилле белгес. Уға, тәү сиратта, пациент дауаханаға барғанда һәм һаулығы буйынса ниндәйҙер проблема килеп тыуғанда мөрәжәғәт итә.

Рух һәм тән сәләмәтлеге һағында
Рух һәм тән сәләмәтлеге һағында

Участка терапевы эшмәкәрлеге өлкәһенә хирургик ҡыҫылыу талап итмәгән күп һанлы эске ағзалар ауырыуҙарын диагностикалау, терапия һәм иҫкәртеү инә. Шулай уҡ терапевҡа операция алдынан, йөклөлөк ваҡытында, хроник ауырыуҙар булғанда, төрлө спорт секцияларына яҙылыуҙы планлаштырыу йәки белешмәләр алыу өсөн ебәрәләр. Ул шулай уҡ дауалау учреждениеларының бөтә төрҙәрендә табип-консультант ролендә эшләй. Дөйөм алғанда, был һөнәр эйәһе кешенең ғүмере ахырынаса һаулығы һағында тора. Ҡала поликлиникаһында эшләгән Мәҙинә ХАРРАСОВАны етәкселәре лә, пациенттары ла берҙәй үҙ һөнәрен өлгөлө атҡарған, һәр саҡ яғымлы, ауырыуҙарға ихтирамлы булған белгес булараҡ билдәләй.

Мәҙинә Алтынбай ҡыҙы Әбйәлил районы Байым ауылында тыуған. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау” бүлегенә уҡырға инә һәм 1991 йылда невролог һөнәрен алып сыға. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының неврология бүлегендә интернатура үткәндән һуң, 1992 йылда Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының неврология бүлегендә һөнәре буйынса эш башлай.

Йыл ярым эшләгәс, райондашы, Ғәбдин ауылы егете Таһир Бикмөхәмәт улы менән яҙмыштарын бәйләйҙәр. Улдары тыуғас, йәштәр тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Декрет ялынан һуң Мәҙинә Алтынбай ҡыҙы Байым участка дауаханаһында терапевт булып эшләй.

1995 йылда өлкән улдары Илдар Белорет компьютер мәктәбенә уҡырға ингәс, ғаиләләре менән йәнә Иҙел башына әйләнеп ҡайталар һәм Мәҙинә Харрасова ҡала поликлиникаһына участка терапевы булып эшкә күсә. Медицина өлкәһендә 31 йыл хеҙмәт стажына эйә булған белгес, бөгөнгө көнгә тиклем ошо урында эшләй.

Мәҙинә Харрасова эшендә хөрмәт ҡаҙанған белгес булһа, ғаиләһендә яратҡан ҡатын һәм әсәй ҙә. Тормош иптәше менән Илдар һәм Айҙар исемле ике улға лайыҡлы белем һәм тәрбиә биргәндәр. Өлкән улдары компьютер мәктәбен тамамлағандан һуң Силәбе ҡалаһының Көньяҡ Урал дәүләт университетына уҡырға инә. Программист һөнәренә эйә егет магистратураны Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында үтә. Әле Рәсәйҙең баш ҡалаһында һөнәре буйынса эшләп йөрөй.

Айҙар иһә әсәһенең юлын дауам итеп, Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау” факультетын һайлаған. Ҡыҙыл дипломлы белгес быйыл ординатураға уҡырға ингән. Киләсәктә йөрәк сирҙәре менән яфаланыусыларға коронарография үткәреүсе белгес булып сығасаҡ.

- Беҙҙең хеҙмәтләндереү ҡарамағында йәмғеһе 2240 кеше иҫәпләнә. Сәләмәтлектәре буйынса иҫәпкә ҡуйылғандар араһында иң күбе гипертония менән яфаланыусылар. Шулай уҡ баш-ҡан, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, стресс кисереүселәр ҙә күп.

Гипертония йәштәр араһында ла теркәлә. Улар ғәҙәттә ҡан баҫымының юғары булыуына иғтибар биреп бармай, инҡар итә, дауаланмай һәм шуның арҡаһында инфаркт, инсульт осрағы асыҡлана.

Ауырыуҙарҙы диспансер иҫәпкә алғас, йылына мотлаҡ ике тапҡыр килеп күренергә кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ. Шулай уҡ 40 йәштән өлкәндәр йыл һайын, уға тиклемгеләр өс йылға бер диспансеризация үтергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа күрә, күптәр быны инҡар итә. Етди ауырыуҙар ҡайһы саҡ үҙен бөтөнләй һиҙҙертмәүе, сир билдәләре булмауы ихтимал. Тап ошо диспансерлаштырыу ваҡытында улар тәүге стадияла асыҡлана ла инде. Быйыл йәшерен ҡан скринингы эшләй башланыҡ. Шуның буйынса күптәрҙә яман шештең башланған осоро асыҡланды.

Оло йәштәгеләр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙ һаулыҡтарына иғтибарлыраҡ. Ә бына ирҙәр киреһенсә. Уларҙы йә ҡатындары аша саҡырырға тура килә, йәиһә сирҙәре аҙғас ҡына беҙгә мөрәжәғәт итәләр.

Прививкалар тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Календарь буйынса грипҡа ҡаршы прививкалар эшләнә башланы. Бюджет ойошмаларында эшләгәндәр, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре уны мотлаҡ эшләтергә тейеш. Заводтар, ҙур предприятиелар үҙҙәре һатып алып эшләтә. Әммә беҙ бер кемде лә айырмайбыҙ һәм килгәндәрҙең бөтәһен дә ҡабул итәбеҙ. Киҫкен респираторлы сирҙәр ваҡытында ковид та асыҡлана. Был сир менән әле көрәш бөтмәгән. Прививкалар ҡала поликлиникаһының 10-сы кабинетында эшләнә. Эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 8-ҙән 15:00 сәғәткә тиклем.

Халыҡтың “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар” тигән мәҡәле бар. Кешеләргә сәләмәт тормош алып барыуҙың һаулыҡтың төп нигеҙе булып тороуын иҫтә тоторға кәңәш итәм. Иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу, тәмәке тартыу, майлы, ҡыҙҙырылған ризыҡтар менән туҡланыу бер ҡасан да ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Шулай уҡ йыл һайын үтә торған комиссияларҙы, йылына бер флюорографияны, диспансеризацияны үтергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға даими рәүештә гинекологка, ирҙәргә урологка күренеп тороу мотлаҡ. Уларҙы ниндәйҙер ауырыуҙы табыу өсөн түгел, ә һеҙҙең организмда барыһы ла яҡшы тигән һүҙҙе ишетеү өсөн үтегеҙ. Сөнки тап үҙ ваҡытында табип күҙәтеүен үтмәгән кешеләр араһында етди сирҙәр асыҡлана. Мәҫәлән, күҙ эсендәге юғары баҫым үҙен бөтөнләй һиҙҙертмәҫкә мөмкин һәм кеше был хәлдә йөрөп күреү нервыһының атрофияһы арҡаһында һуҡырайырға мөмкин. Уны иһә дауалау мөмкин түгел. Шуға күрә үҙегеҙҙең һаулығығыҙ өсөн ваҡытығыҙҙы бүлергә иренмәгеҙ тиер инем халыҡҡа, - ти Мәҙинә Алтынбай ҡыҙы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: