Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Сентябрь 2023, 15:45

Водитель ҡағиҙәне боҙған

Белорет районындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланды.

Водитель ҡағиҙәне боҙған
Водитель ҡағиҙәне боҙған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса тәфтиш бүлеге Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 3-сө өлөшөндәге (“Автомобиль менән идара итеүсенең, кешенең һаҡһыҙлығы арҡаһында үлеменә килтергән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы”) енәйәт билдәләре буйынса Бөрйән районында йәшәгән 36 йәшлек ирҙе ғәйепләү буйынса тикшереүҙе тамамланы.

Авария 12 июлдә иртә таңдан Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлында теркәлгән. “Фольксваген Каравелла” минивэны водителе Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Өфөгә алты пассажир ташыған. Автомобиль менән итеү ваҡытында микроавтобус водителе ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға, ә һуңынан, ағастарға һәм ҡыуаҡтарға бәрелеп, һул кюветҡа төшөп китә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә өсөнсө рәттә ултырған 52 йәшлек ҡатын авариянан алған тән йәрәхәттәренән ашығыс ярҙам килгәнсе  үк вафат була. Ҡалған пассажирҙар һәм водитель етди йәрәхәтләнмәгән.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, минивэн водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған. Ир арыған килеш руль артына ултыра. Һөҙөмтәлә, хәрәкәт ваҡытында ул руль артында йоҡлап китә, шуға күрә үҙенең автомобилен контролдән сығара. Уҙып барған автомобилистарр аварияға эләгеүселәргә минивэндан сығырға ярҙам итә һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәрен саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пассажирҙарҙың береһенә табиптар бер нисек тә ярҙам итә алмай.
Үлемгә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылды. Юғарыла күрһәтелгән статья буйынса санкция ирҙе 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү рәүешендә максималь язаны күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү тамамланған, материалдар судҡа ҡарау өсөн тапшырылған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, руль артында иғтибарлы булырға, хәүефһеҙ дистанцияны, маневр ҡағиҙәләрен һаҡларға һәм административ һәм енәйәт тәртибендә язаланған законһыҙ ғәмәлдәрҙе башҡармаҫҡа саҡыра.

Рифат Фәтҡетдинов,

Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең өлкән тәфтишсеһе.

 

 

Автор:
Читайте нас: