Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Сентябрь 2023, 11:24

Кескәйҙәр донъяһын үҙ иткән

Тәрбиәсе - ул әсәйҙән һуң балаларҙың тормош юлында осраған беренсе уҡытыусы. Улар - күңелдәрендә һәр ваҡыт бала булып ҡалған кешеләр. Юғиһә балалар уларҙы ҡабул итмәй һәм үҙ донъяһына индермәй. Был һөнәрҙә иң мөһиме - балаларҙы яратыу, бер ни өсөн дә айырып ҡарамау, уларға үҙ йөрәгеңде биреү.

Кескәйҙәр донъяһын үҙ иткән
Кескәйҙәр донъяһын үҙ иткән

Замана тәрбиәсеһенең иңенә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы өйрәтеү һәм тәрбиәләү, уларҙы гармониялы шәхес итеп үҫтереү өсөн педагогик технологияларҙы ҡулланыу, уйын, хеҙмәт, музыка, проект, тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу, төркөмдә уңайлы атмосфера булдырыу кеүек етди бурыстар йөкмәтелгән. Ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Вәсилә МОРАТОВА - бәләкәстәрҙең төрлө һәләттәрен үҫтерә белгән, һәр балаға тыумыштан һалынған “Аллаһ ялҡыны”н ваҡытында күрә белгән, ул усаҡты артабан да һүндерергә ирек бирмәгән иң оҫта педагогтарҙың береһе ул.

Вәсилә Булат ҡыҙы сығышы менән Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан. Бала саҡта ҡурсаҡтарына “әсәй” ҙә, “уҡытыусы”ла булып уйнарға яратҡан, үҫеп еткәс бәләкәстәр менән эшләргә хыялланған ҡыҙ Байым урта мәктәбен тамамлағас, Һамар педагогия училищеһының “Мәктәпкәсә белем биреү” бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алған белгесте Инйәр балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп эшкә ебәрәләр. Тап шунда эшләгән осорҙа ғүмерлек йәре - Берештамаҡ ауылы егете Ринат Хөснулла улы менән танышып, яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр.

1999 йылда тормош иптәшен Белоретҡа эшкә ебәреүҙәре сәбәпле, йәш ғаилә ҡалаға күсеп килә. Декрет ялынан һуң Вәсилә Булат ҡыҙы Йәш натуралистар станцияһында мәктәпкәсә белем биреү педагогы булып эшкә урынлаша. Бында ла ул үҙен талантлы, белемле, яңы идеялар менән янып эшләгән хеҙмәткәр итеп таныта.

2004 йылда ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы асылғас, үҙенең булмышына хас булған яратҡан һөнәренә күсә һәм хәҙер инде егермейылға яҡын бында тәрбиәсе булып эшләй.

Ситтән тороп Силәбе дәүләт педагогия университетында белемен камиллаштырған, етерлек тәжрибә туплаған ғәжәп мөләйем, йомшаҡ, игелекле педагогка балалар баҡсаһын тәүгә ашатлаған сабыйҙар төркөмөн тапшыралар.

- 2012 йылдан алып ясле төркөмөн етәкләйем. Уларҙың ҡайһы берҙәре күкрәк һөтөнән дә айырылмаған, үҙ аллы кейенә лә,ҡалаҡ тота ла белмәгән була. Был төркөмдә тәрбиәсе өсөн эш ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла. Мәҫәлән, бәләкәй генә мөғжизәнең нисек итеп кофта кейеп, төймәһен бик йәтеш итеп элеүен күреү, яңы һүҙҙәр өйрәнеүен һәм уларҙы үҙенсә атағанын ишетеү һәм башҡаһы. Бәләкәстәрҙең әсәләренән айырылып ҡалғанында улар менән бергә илайһың, ҡаршы алғандарында ҡыуанаһың ,кәрәк саҡта йыуатаһың да, киҫәтәһең дә. Балалар баҡсаһында эшләгән һәр тәрбиәсегә кескәйҙәрҙең характерын тиҙ арала аңлап, уға яраҡлаша белеү кәрәк.

Ҡыҙ-малайҙар адаптация үтеп, бер аҙ баҡса мөхитенә яраҡлашҡас, системалы уйындар, дәрестәр үткәрә башлайбыҙ. Үҙеббеҙең йыллыҡ план буйынса эшләйбеҙ һәм һуңынан диагностика үткәрәбеҙ. Бәләкәстәр барыһын да аңлай, тик улар әкренерәк өйрәнә һәм һөҙөмтәләр ҙә һуңыраҡ буласаҡ.

Йыл һайын 2 йәштән 3 йәшкә тиклемге егермегә яҡын баланы ҡабул итәм. Уларҙың ҡайһы берҙәре, икенсе кескәйҙәр төркөмөнә күскәс тә, әсәләренә: “Булатовнаға барайыҡ”, - тип минең төркөмгә ҡарай әйҙәүҙәрен күрһәм, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Сөнки күҙ уңымдан үткән һәр ҡайһыһы миңә яҡын һәм онотолмаҫ. Күптәрен урамда үҫеп еткән егет һәм ҡыҙ булһалар ҙа таныйым.

Мин, тәү сиратта, балаларҙы әҙәплелеккә өйрәтәм - “Һаумыһығыҙ”, “Һау булығыҙ”, “Зинһар өсөн”, “Рәхмәт” кеүек ябай ғына һүҙҙәр арҡылы телмәр мәҙәниәте тәрбиәләнә. Үҫеш дәрестәренә күп ваҡыт бүләбеҙ. План буйынса билдәле бер шөғөлдәр бар, әммә сабыйҙарға был аҙ, шуға улар менән өҫтәмә рәүештә төрлө уйындар уйнайбыҙ.

Күп кенә балалар яслегә килгәндә һөйләшә белмәй, уның телен тик ата-әсәләре генә аңлай. Был бәлә түгел, ваҡыт үтеү менән мин дә уларҙың телмәрен төшөнәм һәм бер-беребеҙҙе аңлаша башлайбыҙ, “уртаҡ телмәр” барлыҡҡа килә.

Тәүге тапҡыр баланы йоҡларға ҡалдырғанда уның өйҙә нисек йоҡлағанын һорайым. Сөнки кемеһенеңдер башын йәки арҡаһын һыйпарға, кемеһендер бәүетергә, ә кемеһендер йырлап йоҡлатырға кәрәк.

Минең төп бурыстарымдың береһе булып баланы балалар баҡсаһына яраҡлаштырыу һәм социумға йәлеп итеү тора. Күпселек осраҡта улар Яңы йыл байрамына тиклем баҡсаға тулыһынса яраҡлаша. Ауырлығы шунда: бәләкәй йәштәге балалар, ғәҙәттә, әсәйҙәренә бик ныҡ бәйле була һәм уларға тиҫтерҙәре менән аралашыу талап ителмәй, ғәҙәти булмаған мөхит, таныш булмаған балалар һәм өлкәндәр бәләкәсте ҡурҡыуға һала. Ҡайһы бер сабыйҙар хатта әсәйҙәренән ҡыҫҡа ваҡытҡа айырылыуҙы ла ауыр кисерә.

Эйе, һәр бала үҙенсәлекле. Миңә иһә улар йөрәгенә юл табырға ғына ҡала. Кескәйҙәр менән эшләү өсөн балаларға ғына түгел, уларҙың атай-әсәйҙәренә ҡарата ла ихтирам, һөйөү, ҙур сабырлыҡ, мәрхәмәтлек талап ителә һәм был һөнәрҙә барыһын да саф йөрәктән, ихлас күңелдән эшләү зарур. Шунһыҙ был кескәйҙәр донъяһы һине үҙенә ҡабул итмәйәсәк.

Әйткәндәй, быйыл беҙҙең баҡса үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тырыш мөдиребеҙ Таңсулпан Нуритдин ҡыҙы етәкләгән коллективыбыҙ татыу, берҙәм. Киләсәктә лә улар менән шулай бер юҫыҡта матур итеп эшләргә яҙһын! - ти Вәсилә Булат ҡыҙы.

.
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА фотоһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: