Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Ноябрь 2023, 14:40

Вилдан ҒИЗӘТУЛЛИН: “Районда оператив хәл тотороҡло”

Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан урындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре район эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Вилдан Вил улы ҒИЗӘТУЛЛИН менән осрашты. Матбуғат конференцияһында һүҙ башлыса районда енәйәтселек кимәле, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында барҙы.

Вилдан ҒИЗӘТУЛЛИН: “Районда оператив хәл тотороҡло”
Вилдан ҒИЗӘТУЛЛИН: “Районда оператив хәл тотороҡло”

- Вилдан Вил улы, һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй һөҙөмтәләр, статистик мәғлүмәттәр менән ҡаршылайһығыҙ?

- Дөйөм алғанда, районда теркәлгән енәйәттәр һанының үҫеше күҙәтелә. Йыл башынан йәмғеһе 1248 енәйәт ҡылынған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 52 енәйәткә күберәк. Башлыса урлашыу (320), мәғлүмәт технологияларына (211) һәм наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә (141) бәйле енәйәттәр ҡылына. Йәнә шуны ла билдәләү фарыз: оператив-иҫкәртеү саралары ярҙамында уғрылыҡ (-20), талау (-3), үлтереү (-2) осраҡтарын, былтырғы йылдың ошо осорона ҡарағанда, бер ни тиклем кәметеүгә өлгәштек.

Ғөмүмән, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың етди эшмәкәрлеге арҡылы, районда оператив хәл тотороҡло, тип иҫәпләйем.

- Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙарға һәм юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле мәғлүмәттәр менән дә бүлешһәгеҙ ине.

- Йыл башынан Белорет ҡалаһы һәм районы территорияһында 63 (+14) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 18 (+10) кеше һәләк булған, 81-е (+4) тән йәрәхәттәре алған. Ауыр эҙемтәләр 18,2 %-ты тәшкил итә (уҙған йылдың ошо осоронда - 9,4 %).

Йәйәүлеләргә бәйле 16 (+4) юл-транспорт ваҡиғаһында бер кешенең ғүмере ҡыйылһа, бәлиғ булмағандар араһында 12 (+1) юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, 13 бала тән йәрәхәттәре алған. Иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәр арҡаһында 9 (+3) юл фажиғәһе булған: 5 кеше үлгән, 12-һе - имгәнгән.

Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү, кәметеү йәһәтенән даими рәүештә төрлө профилактик саралар уҙғарыла.       

- Ниндәй енәйәти осраҡтарҙы быйылғы йылдың шаңҡытҡыс, резонанслы енәйәт эштәре тип атар инегеҙ?

- Һис шикһеҙ, аңлы рәүештә кеше ғүмерен ҡыйыу иң ауыр енәйәттәрҙән һанала. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең районда ла ошондай ике осраҡ теркәлде.

2023 йылдың 5 февралендә Белорет кешеһе Блюхер урамындағы фатирҙарҙың береһендә 43 йәшлек ир туғанының келәмгә төрөлгән мәйетен таба. Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға көндө күрше фатирҙа ниндәйҙер ике ир һәм ҡатындың булыуын, уларҙың иртә менән ашығыс рәүештә сығып китеүен асыҡлай. Шикле әҙәмдәрҙең шәхесен билдәләп, хоҡуҡ һаҡлаусылар улар артынан күрше өлкәгә юллана. Икенсе көнөнә үк тотолған енәйәтселәр үҙ ғәйептәрен инҡар итмәй. Егеттәр һөйләүенсә, мәжлестең ҡыҙған мәлендә улар шешәләш иргә бысаҡ менән һөжүм иткәндәр.

Йәш кешенең ғүмере өҙөлгән икенсе енәйәт тә ҡанһыҙлығы, мәғәнәһеҙлеге менән айырылып тора. Үҙҙәрен “спортиктар” (йәғни булдыҡһыҙ наркотик һатыусыларҙы язалаусылар) тип йөрөткән 17, 19 йәшлек енәйәтселәр урманда наркотик  һатыусыны һағалап, урлыҡ өсөн арт һабағын уҡытырға уйлайҙар. Иптәше менән килгән әҙәм, боҫоп ятыусыларҙы шәйләп, ҡасыу яғын ҡарай, ә 26 йәшлек дуҫы тороп ҡала. Йәш кешеләр осраҡлы ҡорбанды тимер торба менән туҡмай. Зыян күреүсе иҫенә килмәйенсә дауаханала йән бирә. Енәйәтселәр ҡулға алынған, улар үҙ ғәйбен таныған. Бөгөнгө көндә был ике үлтереү осрағы буйынса енәйәт эштәре судҡа йүнәлтелгән.

- Бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселек кимәле тураһында ни әйтерһегеҙ?

- 2023 йылдың 10 айы эсендә бәлиғ булмағандар тарафынан 24 енәйәт ҡылынған. Уҙған йылдың ошо осоронда иһә был күрһәткес 22-не тәшкил иткән. Үҫмерҙәр урлашыу (7), төркөм менән ҡылынған енәйәт (7), һаулыҡҡа ауыр (1) һәм уртаса (4) зыян килтереү, талау (1), транспорт сараһын урлау (3), наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше (1), законһыҙ рәүештә торлаҡҡа инеү (1), мутлашыу (1), иҫерек килеш ҡабаттан транспорт сараһы менән идара итеү (2), аҡса талап итеү (1) кеүек енәйәти ҡылыҡтар менән фашланған. Бәлиғ булмаған 20 хоҡуҡ боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексәлә 45 үҫмер һәм бала тәрбиәләүҙән ваз кискән 80 атай-әсәй профилактик иҫәптә тора.      

Әйткәндәй, 2023 йылдың 1 октябренән “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерелде. Бынан ары бәлиғ булмағандарға атай-әсәйһеҙ төнөн (23.00-06.00) йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла (элгәре был сикләү 24.00-06.00 сәғәттәр арауығында ине).    Ошо йәһәттән район эске эштәр бүлегенә 19 бәлиғ булмаған үҫмер килтерелгән, шуларҙың бишәүһе өлкәндәрһеҙ төнгө урамды гиҙгән. Һөҙөмтәлә, атай-әсәйҙәр (законлы вәкилдәр) административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

- Динә Маһиянованың фажиғәһе бер кемде лә тетрәндермәй ҡалмағандыр. Ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй осраҡта полицияның ярҙамына ышана ала?

- Бөгөнгө көндә ғаилә-көнкүреш мөнәсәбәттәрендә хоҡуҡ боҙған 120 кеше беҙҙә профилактик иҫәптә тора. Йыл башынан административ комиссияға 287 материал тикшереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ 10 ай эсендә туҡмау факты буйынса 76 административ протокол төҙөлгән.

Йәнә, ауыр хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар ҡалалағы К. Маркс урамы, 46-сы йортта урынлашҡан “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.

- Даими иҫкәртеп тороуҙарға ҡарамаҫтан, мәғлүмәт технологиялары арҡылы ҡылынған енәйәттәр һаны арта ғына. Һүҙ мутлашыусыларға аҡса күсереүселәр тураһында...

- Ысынлап та, бөгөнгө көндә был тоҙаҡҡа эләгеүҙе иҫкәрткән мәғлүмәттәр менән донъя тулған. Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан профилактик рейдтар, осрашыуҙар уҙғарылып ҡына тора. Ләкин шулай булыуға ҡарамаҫтан, граждандар мутлашыусыларға аҡса күсереүен дауам итә. Йыл башынан алып район-ҡала халҡы йәмғеһе 38 млн. һум аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Эйе, күптәр был бәлә уларға ҡағылмаҫ, тип уйлай, иҫкәртеүҙәрҙе ишетергә теләмәй. Барлыҡ граждандарҙы беҙҙең талаптарға ҡолаҡ һалырға, профилактик әңгәмә һәм осрашыуҙарҙа полиция хеҙмәткәрҙәре еткергән мәғлүмәтте иғтибар менән тыңларға, өйрәнергә саҡырабыҙ!

- Ғөмүмән, бындай енәйәттәрҙе тикшереү эштәре һөҙөмтә бирәме?

- Быйыл район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан ошондай 65 енәйәт фашланды. Бынан тыш, Интернет-магазиндарға, онлайн микрозаймдарҙан аҡса алып, сит иҫәптәргә күсереү осраҡтарына бәйле мутлашыу факттары ла асыҡланмай ҡалманы.

- Енәйәттәрҙе иҫкәртеү йәһәтенән тағы ниндәй ысулдар ҡулланыла?

- Тәү сиратта, эске эштәр бүлегендә профилактик иҫәптә торғандарҙы ныҡлы күҙәтеү аҫтына алабыҙ. Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, законһыҙ спиртлы продукция һатыуҙы асыҡлау буйынса бихисап саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, һуңғы ун айҙа полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ иҫерткес эсемлек һатыуҙың 52 осрағын теркәгән, 170 литрҙан ашыу спиртлы продукция тартып алынған.

- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй теләктәр теләрһегеҙ?

- Етәкселек исеменән барлыҡ шәхси составты, ветерандарҙы Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләйем! Намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, именлек, тыныслыҡ насип ҡылһын!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: