Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Декабрь 2023, 11:45

Мутлашыусыларға ярҙам иткән

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә Рәүәт ауылында йәшәгән 66 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул билдәһеҙ кешенең стационар телефонға шылтыратып, ҡот осҡос хәбәр еткергәнен белдерә.

Мутлашыусыларға ярҙам иткән
Мутлашыусыларға ярҙам иткән

Шылтыратыусы әйтеүенсә, уның ейәнсәре юл фажиғәһенә эләккән һәм уға ашығыс рәүештә аҡса кәрәк. Ҡатын  мутлашыусыларҙың билдәле булған әкиәтенә ышана һәм өйөнә килгән курьерға 360 мең һум аҡса бирә. Тиҙҙән ауыл ҡатыны ейәнсәре менән барыһы ла яҡшы булыуын белә һәм ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре оператив юл менән енәйәтсенең “ҡорбан” янына аҡса алырға килгәнен асыҡлай. Ул 38 йәшлек Белорет кешеһе булып сыға. Бәхеткә күрә, полиция хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсенең аҡсаһын тартып алып өлгөрә.

Асыҡланыуынса, ул курьер ролендә беренсе тапҡыр ғына эш итмәй. Ир эш эҙләүен һәм уны популяр мессенджерҙағы еңел эш хаҡы тураһында иғлан йәлеп итеүен һөйләй. “Эш биреүсе” законһыҙ эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә тура киләсәге тураһында асыҡтан-асыҡ иҫкәртә, әммә табыштан яҡшы процент вәғәҙә итә. Табышҡа ынтылыш енәйәтселәрҙең заданиеларын үтәргә этәрә.

Уға Пушкин урамындағы күп фатирлы йортҡа барып, был адрестан аҡса алырға ҡушалар. Әммә ул эште тамамлай алмай, сөнки “эш биреүсе” ашығыс рәүештә кире боролоуын һәм унан бер нәмә алмай китеүен талап итә. Ошондай уҡ хәл 4 декабрҙә Чапаев тыҡрығындағы йортта була. Был адрестан да курьерға ашығыс рәүештә китергә ҡушалар.

Баҡтиһәң, был йорттарҙа йәшәүселәр уяу булып сыға. Ейәнсәрҙәре бәлә-ҡазаға тарыуы тураһында шылтыратып хәбәр иткәс, улар мутлашыусылар булыуын тиҙ арала аңлаған . Кире осраҡта пенсионерҙар мутлашыусыларға 340 мең һум аҡса бирер ине (был схема буйынса улар тап шундай сумма талап итә). Был факттар буйынса мутлашырға маташыу тураһында енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Тирлән ауылынан 82 йәшлек ҡатын сит кешеләр менән аралашҡанда һаҡлыҡ тураһында онотҡан. Уға ла өй телефонына таныш булмаған кеше шылтырата һәм ейәнсәре аварияға эләгеүенә ышандыра. Оло йәштәге ауыл ҡатыны курьерға бөтә аҡсаһын - 100 мең һум тапшыра. Был факт буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған. 38 йәшлек Белорет кешеһе ошо 100 меңдән 5 меңен үҙенә эш хаҡы итеп ҡалдырған, ҡалғанын уға күрһәтелгән иҫәптәргә күсергән.

Полиция граждандарға билдәһеҙ шылтыратыусылар менән диалогҡа инмәҫкә, социаль селтәрҙәрҙән килгән эшкә урынлашыу тәҡдимдәренә ризалашмаҫҡа кәңәш итә. Намыҫлы граждандарҙы енәйәт схемаларына енәйәтселәр йәлеп итеү осраҡтары йыш осрай.

Хөрмәтле граждандар! Таныш булмаған кешеләр менән һөйләшкәндә һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ: бер ҡасан да һәм бер ниндәй ҙә һылтау менән өсөнсө кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, телефон әңгәмәсеһе талабы буйынса сит кешеләргә аҡса бирмәгеҙ, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға шылтыратып, телефон аша алынған мәғлүмәтте тикшерегеҙ.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: