Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Декабрь 2023, 15:40

Төп майҙанда Яңы йыл кәйефе

Ҡаланың Металлургтар майҙанында Яңы йыл байрамына әҙерлек эштәре ҡыҙыу бара.

Төп майҙанда Яңы йыл кәйефе
Төп майҙанда Яңы йыл кәйефе

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһынан килгән рәссамдар һәм скульпторҙар көндәрҙең сатлама һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, иртәнән кискә тиклем боҙ ҡаласығы төҙөү менән булалар.

- Балалар өсөн лабиринт эшләнек, әле аждаһа һындары эшләү менән мәшғүлбеҙ. Улар алты төрлө буласаҡ, һәр ҡайһыһының эскизы әҙер. Шулай уҡ Павел Бажовтың әкиәт геройҙарының һындары ҡуйыла. Майҙансыҡҡа ингән урын урта быуат башняһы тематикаһы буйынса лабиринт стилендә була.

Боҙ плиталары ҡала пляжынан ташыла, ул ҡалынайған, әммә һындар өсөн тулыһынса әҙер түгел. Фигуралар өсөн ҡалыныраҡ һәм үтә күренмәле булыуы кәрәк. Тап ошо аралағы һалҡындар боҙҙоң торошона яҡшы тәьҫир итә, - ти скульптор Марат Нәбиев.

Оҫталар эштәрҙе ошо көндәрҙә тамамларға ниәтләй. Боҙ һындары йылдың төп атрибуты булған мөһабәт шыршы урынлашҡан майҙандан тыш, “Офоҡ аша атла” мәҙәниәт һәм ял паркында, металлургия комбинаты янында була.

Әйткәндәй, Яңы йыл байрамдары алдынан Йәштәрҙең ял үҙәге “Ҡыш бабайҙың игеҙәге” фотоконкурсын иғлан итә.

Фотоконкурста ҡатнашыу өсөн Ҡыш бабай кейемендә фотоға төшөп, үҙәктең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә хәбәрнамә итеп ебәрергә кәрәк. Артабан һеҙҙең фотоларығыҙ төркөмгә ҡуйыласаҡ һәм иң күп “йөрәктәр” йыйған фото еңеүсе тип билдәләнәсәк. Фотолар 28 декабргә тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашырға ашығығыҙ!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: