Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Декабрь 2023, 11:27

Байрам фажиғәгә әйләнмәһен!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Белорет ҡалаһындағы янғындарҙы иҫкәртеү төркөмө хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә йыл башынан алып 10080 янғын теркәлгән, уларҙа 233 кеше һәләк булған. Беҙҙең районда ошо уҡ осорҙа 312 янғын сыҡҡан, уларҙа 9 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Байрам фажиғәгә әйләнмәһен!
Байрам фажиғәгә әйләнмәһен!

Күп йыллыҡ тәжрибә күрһәтеүенсә, күмәк байрамдар һәм күңел асыуҙар осоронда янғындар һаны ҡырҡа арта. Айырыуса Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары киң билдәләнә һәм шул сәбәпле ут менән бәйле ваҡиғалар һаны арта. Был осорҙа  халыҡ пиро техник изделиеларҙы күп ҡуллана, әммә сифатһыҙ петардаларҙы ҡулланыу һәм бындай “уйынсыҡтар” менән дөрөҫ эш итмәү фажиғәләргә килтереүен онота. Шуға күрә, пиротехник изделиеларҙы тик махсус магазиндарҙан ғына һатып алығыҙ.

Уларҙы ҡулланғанда ҡәтғи инструкция буйынса эш итегеҙ. Арзанланған һәм боҙолған пиротехник изделиеларҙы һатып алмағыҙ һәм ҡулланмағыҙ. 

Петарда һәм фейерверктарҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре:

► Эшкә тотонор алдынан ҡулланманы ентекләп уҡығыҙ!
► Филтәне тоҡандырыр алдынан һеҙ уның өҫкө өлөшөнөң һәм янған элементтарҙың ҡайҙан осоп сығырын белергә тейешһегеҙ. Фейерверктарҙы тамашасылар яғына, хатта шаяртыу өсөн дә, йүнәлтергә ярамай.
► Старт өсөн майҙансыҡ тигеҙ булырға тейеш, уның өҫтөндә ағастар, электр тапшырыу линиялары һәм башҡа ҡаршылыҡтар булырға тейеш түгел. Бынан тыш, ул торлаҡ йорттарҙан кәм тигәндә 50 метр алыҫлыҡта булырға тейеш. Ракеталар йыш ҡына балкондарға осоп инә йәки, тәҙрә быялаларын ватып, фатирҙарға инә һәм янғын сығара. Бынан тыш, фейерверктар кешеләргә эләгергә мөмкин.
► Кешеләргә һәм хайуандарға утлы петардалар ташламағыҙ!
► Балаларға петардалар ҡа- быҙыу тыйыла!
► Һәр фейерверкты ҡулланыу тәртибе инструкцияла күрһәтелергә тейеш.
► Фейерверктарҙы ике тәүлек- кә тиклем һыуға һалып юҡ итәләр. Аҙаҡ уларҙы көнкүреш сүп-сарҙары менән бергә сыға- рып ташларға мөмкин.

Байрам фажиғәгә әйләнмәһен өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.


Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Белорет ҡалаһындағы янғындарҙы иҫкәртеү төркөмө.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: