Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Ғинуар , 11:59

Мутлашыусылар ҡорбандары

Һуңғы көндәрҙә эске эштәр бүлегенә Интернет киңлектәрендә теге йәки был тауарҙы һатып алырға маташҡанда мутлашыусылар ҡорбаны булған бер нисә кеше мөрәжәғәт итте.

Мутлашыусылар ҡорбандары
Мутлашыусылар ҡорбандары

48 йәшлек ир билдәле сайтта, һатыуға ҡуйылған “Нива” автомобилен күрә. Машинаның хаҡы, характеристикаһы уны ҡәнәғәтләндерә һәм ир “һатыусы” менән бәйләнешкә инә. Ул һөйләшеүҙе мессенджер аша дауам итергә тәҡдим итә. Тап ошо мәлдә улар килешеүҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сайттың яуаплылыҡ зонаһынан сыға. “Нива”ны һатыусы мутлашыусы булып сыға һәм ирҙән 10 мең һум күләмендә алдан түләү алғас, юғала.

Енәйәтселәргә 113 мең һумдан ашыу аҡсаны 55 йәшлек урындағы йәшәүсе күсергән. Шул уҡ сайтта ҡатынына бүләккә модалы телефон ҡарай. Бөтә һатып алыу деталдәрен зыян күреүсе һәм “һатыусы” сит мессенджерҙа һөйләшә. Һатып алыусы тауарҙы тулыһынса түләгәндән һуң, "һатыусы" телефонды транспорт компанияһы менән ебәрергә тейеш була. Белорет кешеһе килешеүҙең үҙ өлөшөн үтәй, ә иғлан хужаһы - юҡ: ебәрелгән тауар-транспорт накладнойы ялған булып сыға.

Урындағы эшҡыуар ҡатын да шундай уҡ хәлгә эләгә, ул Интернетта күмәртәләп һатыусыға аяҡ кейеменә заказ бирә. Ҡатын 38 мең һумлыҡ тауар өсөн түләгәс, посылканы көтә башлай. Тиҙҙән транспорт компанияһынан һатыусы биргән документтарҙың ялған булыуы асыҡлана. Ҡатын мутлашыуға дусар булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Тирлән ауылына ял итергә килгән 43 йәшлек Волгоград кешеһе лә мутлашыусыларҙан зыян күрә. Күрәһең, ҡарҙың күплеге һәм тау пейзаждары уны үҙенәмахсус техника һатып алырға этәргән. Волгоград кешеһе Интернетта квадроцикл һатылыуы тураһында иғлан таба, һатыусыға 800 мең һум аҡса күсерә. Әммә аҡса күсерелгәндән һуң "һатыусы" менән бөтә хаттар юҡҡа сыға, тауар-транспорт накладнойы ла булмай.

Юғарыла күрһәтелгән факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тикшереүҙәр алып барыла.

Полиция граждандарға Интернет ашаһатып алғанда һаҡ булырға кәңәш итә:

● башҡа мессенджерҙарға күсмәгеҙ -был мутлашыусыларҙың типик алымы;

● һылтанмаларҙы һәм QR-кодтарҙыасмағыҙ;

● смс-хәбәрҙәрҙән кодтар хәбәр итмәгеҙ;

● һатыусы шик тыуҙырһа, алдан аҡсакүсермәгеҙ;

● сит һылтанмаларға күсмәгеҙ.

Гүзәл ДРОНОВА,эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: