Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
1 Февраль , 12:13

Мультимедиа ҡорамалдары кәрәк

Асы урта дөйөм белем биреү мәктәбе быйыл да “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға ниәт итте.

Мультимедиа ҡорамалдары кәрәк
Мультимедиа ҡорамалдары кәрәк

Уҡытыусылар коллективынан торған инициатив төркөм төҙөлдө һәм мәктәп өсөн кәрәкле бер нисә йүнәлеш тәҡдим ителде. Шулар араһынан компьютер класына мультимедиа ҡорамалдары алырға кәрәк тигән ҡарарҙы барыһы ла бер  тауыштан хупланы.

Замана технологиялары - ул хәҙерге ваҡытта уҡыуҙа иң кәрәкле эш ҡоралы булып тора. Сөнки беҙ компьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Интерактив технологиялар хәҙер тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде һәм электрон дәреслектәр, компьютерҙар, ноутбуктар, электрон көндәлектәр, журналдар йышыраҡ ҡулланыла, шуға ла ошо йүнәлеште һайланыҡ.

Был ҡарар менән ата-әсәләр, мәктәп уҡыусылары берҙәй риза булды. Тиҙ арала эш планы төҙөлдө һәм әлеге ваҡытта ошо йүнәлештә төрлө саралар үткәрелә.


Зөһрә ТҮЛӘБАЕВА.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: