Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
1 Февраль , 10:59

Оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Райондың полиция бүлегендә уҙған йылға йомғаҡ яһау һәм алдағы осорға бурыстар билдәләү йәһәтенән кәңәшмә уҙҙы.

Оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды
Оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Оператив кәңәшмә Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы - Баш тәфтиш идаралығы начальнигы, юстиция полковнигы Руслан Фәйзуллин етәкселегендә уҙҙы. Сарала  полиция начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вилдан Ғизәтуллин, хеҙмәт һәм подразделениелар етәкселәре, шәхси состав ҡатнашты. 

Вилдан Вил улы билдәләүенсә, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 2023 йылда ыңғай динамика күҙәтелә. Теркәлгән енәйәтселек 3 процентҡа кәмеһә, енәйәттәрҙе фашлау кимәле үҫеп, 67 процент тәшкил иткән. Үлтереү, һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, урлашыу, талау кеүек енәйәттәрҙең һаны бермә-бер түбәнәйгән.

Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан уҙған йылда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле 145 енәйәт туҡтатылған (2022 йылға ҡарағанда етәүгә күберәк). Йәмәғәт тәртибен һаҡлау йәһәтенән дә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Мәҫәлән, урамда ҡылынған енәйәттәр - 9, йәмәғәт урындарында ҡылынғандары 13 процентҡа кәмегән.    

Докладсы аңғартыуынса, етди иғтибар талап иткән йүнәлештәр ҙә юҡ түгел: кеҫә ҡараҡтарының, мал-тыуар, автомобиль урлау осраҡтарының һаны арта.

Кәңәшмәлә бөгөнгө көндә иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе - мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып ҡылынған енәйәттәр, йәғни мутлашыу һәм банк картаһынан аҡса урлау факттары ла тикшерелде.

Был йәһәттән полиция начальнигының оператив эш буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы Евгений Подшивалов менән йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса начальник урынбаҫары, майор Азат Абдуллин сығыш яһаны. Спикерҙар билдәләүенсә, халыҡ менән ентекле профилактик эш алып барыуға ҡарамаҫтан,   теркәлгән мутлыҡтарҙың - 29, ә банк картаһынан аҡса урлау 23 процентҡа артыуы күҙәтелгән. Уҙған йыл был төргә ҡараған 337 енәйәт ҡылынған. Белорет халҡы мутлашыусыларҙы 43 миллион самаһы аҡсаға байытҡан.

Йәнә бер ҡатмарлы темаларҙың береһе - ҡала-район юлдарындағы авариялар. ЮХХДИ бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Евгений Изотовтың мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда хеҙмәтләндерелгән территорияла 84 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән (2022 йылға ҡарағанда 25-кә күберәк), уларҙа 25 кеше һәләк булған, 108-е йәрәхәтләнгән. Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 15 юл-транспорт фажиғәһе булған, 1 бала үлгән, йәрәхәтләнеүселәр һаны - 19. Эскән килеш руль артына ултырған водителдәр арҡаһында 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 5 кеше үлгән, 24-е тән йәрәхәттәре алған.

Руслан Рәшит улы район буйынса эске эштәр бүлегенең оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтары ҡәнәғәтләндерерлек тип билдәләне. Ул эштәге етешһеҙлектәрҙе анализлап, уларҙы юҡ итеү йәһәтенән сараларҙы тәҡдим итте, алдағы йылға өҫтөнлөклө бурыстарҙы аңғартты.

Артабан эшлекле сәфәр район хакимиәтендә дауам итте. Бында Руслан Фәйзуллин ауыл хакимиәте башлыҡтары, район депутаттары, ойошма етәкселәре, уҡыу йорттары директорҙары, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, хәбәрселәр менән осрашты. Руслан Рәшит улы мутлашыусыларҙың граждандарҙың аҡсаһын урлауҙа ниндәй хәйлә-алымдар ҡулланыуы тураһында һөйләне. Ул быға тиклем файҙаланылған  һәм шулай уҡ яңы уйлап табылған мутлыҡтарҙың асылын аңлатты.

Дөйөм осрашыуҙа кадрҙар мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, республиканың баш тәфтишсеһе эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итеүгә кандидаттар һайлап алыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һораны.

Гүзәл ДРОНОВА,

район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.  

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: