Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Февраль , 16:43

Енәйәт эшен тикшереү тамамланды

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 5-се өлөшөндә (“Автомобиль менән идара итеүсе кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы  арҡаһында ике кешенең ғүмере ҡыйылыу”) ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса Межгорье ҡалаһында йәшәгән 35 йәшлек ирҙе ғәйепләү буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Енәйәт эшен тикшереү тамамланды
Енәйәт эшен тикшереү тамамланды

Авария уҙған йылдың авгусында Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлында була. “Ситроен С4” автомобиле водителе, уҙып китеп ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм “Лада Гранта” автомобиле менән бәрелешә. “Лада” водителе ҡотолғоһоҙ бәрелеш эҙемтәләрен кәметергә тырышып уң яҡҡа рулде бора, әммә сит ил машинаһы ла шул уҡ яҡҡа хәрәкәт итә.

Бәрелештән һуң “Ситроен” кюветҡа төшә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Лада” автомобиленең 65 йәшлек пассажиры аварияла алған тән йәрәхәттәренән ашығыс ярҙам килгәнгә тиклем вафат була. Ике автомобилдең дә водителдәре етди йәрәхәтләнмәй. Һәләк булған ҡатындың 59 йәшлек ире реанимация бүлегенә оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир иртәгәһенә вафат була.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, “Ситроен” водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған. Ул көндө ваҡ ямғыр яуыуы сәбәпле юл япмаһы һаҡлыҡ менән йөрөүҙе талап итә. Авария ваҡытында ғәйепле тип һаналған кеше тиҙлекте арттыра һәм маневрҙың хәүефһеҙлегенә инанмай.

Үлемгә килтереүсе юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тәфтиш бүлеге тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылды. Юғарыла күрһәтелгән статья буйынса санкция 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү рәүешендә максималь язаны күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү тамамланған, материалдар судҡа  тапшырылған.

Рифат Фәтҡетдинов, район буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән тәфтишсеһе.

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: