Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Февраль , 14:38

Мутлашыусылар курьеры ҡулға алынды

26 февралдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 82 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итеп, телефон мутлашыусылары ҡулынан зыян күргәнен хәбәр итә.

Мутлашыусылар курьеры ҡулға алынды
Мутлашыусылар курьеры ҡулға алынды

Уға стационар телефонға билдәһеҙ кеше шылтырып, һеңлеһенең юл фажиғәһенә эләгеүен һәм ашығыс рәүештә курьер аша аҡса тапшырырға кәрәклеген хәбәр итә. Пенсионер ҡатын алдаҡсылыҡты шунда уҡ танымай, енәйәтселәр менән аралашыуҙы дауам итә һәм үҙенең 240 мең һум самаһы аҡсаһын бирергә ризалаша. Тиҙҙән уның өйөнә йәш ир килә һәм аҡса һалынған пакетты ала. Тик шунан һуң ғына ҡатын туғаны менән барыһы ла яҡшы икәнен белә.

Ә телефон мутлашыусылары бының менән генә туҡтап ҡалмай. Улар  ҡатындан күберәк аҡса алырға маташа һәм тағы ла 500 мең һум талап итә. Ғариза биреүсе мутлашыусылар менән уйнарға ҡарар итә һәм уларға кәрәкле сумма өйҙә юҡ, ә банк ярты миллион һум аҡсаны иртәгә генә бирә ала, тип әйтә. Икенсе көндө ҡатын курьерҙың килерен көтә. Был турала алдан полиция хеҙмәткәрҙәрен алдан иҫкәртеп ҡуя.

Хәбәрсе оҙаҡ көттөрмәй. Енәйәт эҙләү оперуполномоченныйҙары йәш кешене муляж тапшырыу ваҡытында ҡулға ала.

Бынан алда хөкөм ителгән 25 йәшлек белорет кешеһе Интернетта эш табыуын һөйләй. Уның бурысы - аҡса алыу өсөн кешеләргә килеү. Һәр заказ өсөн ғәйепләнеүсе бүләкләү сифатында билдәле бер процент ала, ә ҡалған аҡса суммаһын «эш биреүсегә» күсерә.

Был факттар буйынса мутлашыу һәм мутлашырға маташыу тураһында енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тотолған кешенең республикала һәм башҡа төбәктәрҙә ошондай уҡ енәйәттәр ҡылыуҙа ҡатнашлығын асыҡлай.

Полиция граждандарҙы уяу булырға саҡыра һәм «Һеҙҙең туғанығыҙ бәләгә тарыған» схемаһы буйынса мутлашыу - мутлашыусыларҙың стандарт хәйләһе, тип иҫкә төшөрә. Бындай шылтыратыуҙар булһа, туғандарығыҙ менән бәйләнешкә инеп, уларҙың барыһы ла яҡшы икәнен тикшерергә кәрәк.

Шулай уҡ эш эҙләгән граждандарға аҡса ташыу буйынса курьер булып эшләү тәҡдимдәренән баш тартырға кәңәш итәбеҙ. Һеҙгә енәйәт ҡылыу өсөн иректән мәхрүм итеү рәүешендә енәйәт яуаплылығы янай.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: