Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Март , 16:07

Премьер-министр - Белоретта

Районда Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән булды.

Премьер-министр - Белоретта
Премьер-министр - Белоретта

Хөкүмәт рәйесе “Белорет йылылыҡ селтәрҙәре”нең һыу йылытыу ҡаҙанлығында булды. Уның майҙансығында Милли именлек фонды һәм “Белорет йылылыҡ селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте средстволарын йәлеп итеп, техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу проекты тормошҡа ашырыла. Объектта төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған. Ҡаҙанлыҡтың дөйөм ҡеүәте 46,5 мвт, файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 2024 йылдың авгусына планлаштырылған. Техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу ҡаҙанлыҡтың һөҙөмтәлелеген, ҡеүәтен һәм хәүефһеҙлеген арттыра, эксплуатация сығымдарын кәметә.

Киләһе объект булып “Рессор” ғилми-етештереү фирмаһы торҙо. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тейәп оҙатылған продукция күләмен ике тапҡырға арттырған (673,5 миллион һумға). Заводта рессорҙар етештереүҙең тулы циклын ойоштороу буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Төп етештереү ҡеүәттәренең тәьмин ителеше 70 процент тәшкил итә, предприятие проект ҡеүәтенә 2025 йылда сығырға ниәтләй.

Андрей Назаров ҡаланың 16-сы мәктәбендә булды. 1960 йылда төҙөлгән бина туҙған һәм тулыһынса реконструкциялауҙы талап итә. Премьер-министр проблеманы комплекслы хәл итеү өсөн проект әҙерләү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.

- Мәктәпте реконструкциялау йәки 640 урынлыҡ яңы бина төҙөү һәм уға ер участкаһы бүлеү тураһында һүҙ ҡуҙғатырғамы-юҡмы икәнен билдәләргә кәрәк. Башҡортостан  Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығына Белоретта 16-сы мәктәп бинаһын проектлау йәһәтенән республика адреслы инвестиция программаһына төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр индерергә кәрәк, - тип билдәләне министрҙар кабинеты башлығы.

Андрей Геннадьевич Геройҙар аллеяһында махсус хәрби операция барышында һәләк булған лейтенант, гвардия айырым мотоуҡсылар бригадаһының уҡсылар ротаһы командиры урынбаҫары Александр Евгеньевич Евтеевты һуңғы юлға оҙатыу митингыһында ҡатнашҡандан һуң, Ҡала мәҙәниәт һарайына юлланды. Фойела район-ҡала предприятиеларында етештерелгән продукциялар, ҡул оҫталары тарафынан әҙерләнгән бай күргәҙмәлә төрлө сувенирҙар, милли биҙәүестәр, кейемдәр, ҡул эштәре менән танышты.

Унан һуң Хөкүмәттең күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда БР Хөкүмәте вице-премьерҙары, төп ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибе район-ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеш перспективаларына ҡағылды.

- Белорет районында иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса тейәп оҙатылған тауарҙар күләме 12 проценттан юғары һәм 52 миллиард һумдан ашып китте. Уртаса айлыҡ эш хаҡы ла арта - былтыр ул 13 процентҡа тиерлек артҡан һәм уртаса 47,5 мең һум тәшкил иткән. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле минималь күрһәткестәргә тиклем 0,13%-ҡа кәмегән. Хәл итергә кәрәк мәсьәләләр араһында төп предприятиеларҙың килеменең бер аҙ кәмеүен билдәләйем.

Беҙ бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, дәүләт ярҙамы күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, спорт инвентары заводы 2023 йылда субсидия рәүешендә 4 миллион һумға яҡын аҡса алған. Айырым урман сәнәғәте предприятиеларына (“Селена” ағас эшкәртеү компанияһы, шәхси ышҡыуарҙар - И.С. Серегин,  С.И. Васючков) 2 миллион һумға ярҙам күрһәтелгән. Сәнәғәтте үҫтереү фонды программалары эшләй, - тип белдерҙе Премьер-министр.

Ултырышта ҡатнашыусылар муниципалитетта юл селтәрен үҫтереүҙе ҡараны. Белорет районы дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары оҙонлоғо буйынса республикала беренсе урында тора. Былтыр Белорет районында юлдарҙы реконструкциялауға, ремонтлауға һәм ҡарауға 671 миллион һум йүнәлтелгән. Шуның 104 миллион һумы - урындағы юл инфраструктураһын үҫтереүгә. Шул уҡ ваҡытта урындағы әһәмиәттәге юлдарҙың нормативтарға ярашлы оҙонлоғо әлегә 49 процентҡа еткән.

Андрей Назаров айырым рәүештә мәғариф системаһын үҫтереү һәм кадрҙарға ихтыяж мәсьәләләренә туҡталды. Муниципалитетта бөтә балалар ҙа балалар баҡсаларында урындар менән тәьмин ителгән. Шул уҡ ваҡытта, уҡыусылар һаны артыуы менән бәйле, икенсе сменала уҡыусылар һаны арта.

Цифрлаштырыу сиктәрендә Белорет районында 100-500 кеше йәшәгән 23 тораҡ пункт күсмә элемтәгә һәм мобиль интернетҡа тоташтырылған.

- Әле беҙ Өфө-Белорет автомобиль юлының 95 процентын күсмә элемтә һәм мобиль интернет менән тәьмин итеү буйынса проект әҙерләйбеҙ. Ул Архангел ауылынан алып Белоретҡа тиклемге участкаға ҡағыласаҡ. 165 саҡрым автомобиль юлын һәм 6 тораҡ пунктты кәрәҙле элемтә менән ҡаплау күҙаллана, - тине Премьер-министр. 

Андрей Назаров халыҡ өсөн спорт ҡоролмаларын уңайлыраҡ итергә ҡушты. Уларҙың байтаҡ өлөшө курорт зоналары һәм туробъекттар территорияһында урынлашҡан.

Шулай уҡ Тирлән һәм Инйәр участка дауаханаларына ике рентген ҡулайламаһын һатып алыу пландары хаҡында һөйләне. Һуңғы 5 йылда муниципалитеттың медицина учреждениелары өсөн бөтәһе 300-ҙән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән ауыр ҡорамалдар һатып алынған. Андрей Назаров Йөйәк ауылында 150 урынлыҡ социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү, “Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәге базаһында яңы быуын китапханаһы һәм виртуаль концерт залы булдырыу тураһында хәбәр итте.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта билдәләүенсә, муниципалитетты үҫтереү буйынса “Юл картаһы”на реконструкциялау йәки төкәтмә төҙөү талап ителгән дүрт мәктәп индерелгән. Шулай уҡ киләсәктә 2-се Мата аръяғы биҫтәһендә яңы уҡыу йорто төҙөү күҙаллана. Алты мәктәп 2024-2026 йылдарға “Мәктәп, мәғариф системаларын модернизациялау” программаһына индерелгән.

-           Дөйөм алғанда, бөгөн Белорет районының проблемалары һәм үҫеш перспективалары буйынса конструктив фекер алышыу үтте, тип иҫәпләйем. Хакимиәткә ер мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлергә, перспективалы майҙансыҡтар реестрын төҙөргә, бюджеттың килем өлөшөн арттырыуға иғтибарҙы тупларға, төбәк һәм федераль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Белорет районының инфраструктура үҫеше буйынса стратегик “Юл картаһы”н мөмкин тиклем тиҙерәк эшләп бөтөргә һәм 2030 йылға аныҡ маҡсатлы йүнәлештәрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк, - тип фекер алышыуҙы йомғаҡланы Хөкүмәт рәйесе.

Наил ШАКИРОВ, Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА, Рәсимә СӘЛИХОВА фотолары.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: