Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Март , 11:27

Мәктәптән торбалар урлағандар

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге мәктәп биләмәһенән торбалар урлау буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Мәктәптән торбалар урлағандар
Мәктәптән торбалар урлағандар

1 февралдә полиция бүлегенә төҙөлөш компанияһы вәкиле мөрәжәғәт итеп, билдәһеҙ кешеләрҙең ҡала мәктәптәренең береһендә ҡарауһыҙ һаҡланған ҡыйыҡ ҡоймаһы элементтарын урлауын хәбәр итә.

Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм бара. Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре уҡыу йортон яңыраҡ реконструкциялағандан һуң уның эргәһендәге территорияла төҙөлөш материалдары ҡалдыҡтары булыуын асыҡлай. Ғариза биреүсе бер көн участкала өс метрлыҡ бер нисә  металл торбалар юҡлығын күрә. Ревизия күрһәтеүенсә, 50-нән ашыу торба эҙһеҙ юғалған. Зыян күләме 36 мең һум самаһы тәшкил итә.

Енәйәтте асыҡлау өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре металл ҡабул итеү пункттарын тикшерә башлай. Уларҙың беренсеһендә - мәктәптән юл аша сыҡҡан урында, урланған әйберҙәр табыла. Урлашыуҙа ғәйепләнеүселәрҙең шәхесен асыҡлау ауырлыҡ тыуҙырмай. Улар 38 һәм 62 йәштәге урындағы йәшәүселәр булып сыға.

Ирҙәр ҡулға алына һәм полиция бүлегенә килтерелә. Улар осраҡлы эш хаҡына йәшәүҙәрен, ҡайһы берҙә металл йыйып, ҡабул итеү пункттарына тапшырыуҙарын аңлаталар. Бәхетһеҙ көндө дуҫтар иҫерек килеш уяна, әммә спиртлы эсемлектәр өсөн аҡсалары булмай. Яңы ғына ремонтланған мәктәп биләмәһендә төрлө металл изделиелар ятҡанын иҫенә төшөрөп, улар шунда юллана.

Ҡар аҫтында торбалар өйөмөн күрәләр, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта төргәктә  була. Дуҫтар торбаларҙы яҡындағы металл ҡабул итеү пунктына тапшырырға ҡарар итә. Ҡабул итеүсе яңы торбаларҙы күргәс, шикләнә, әммә ирҙәр беҙгә эш хаҡын шулай түләнеләр тип алдашалар. Ғәйепләнеүселәр ҡулдарына 1200 һум аҡса ала, ул спиртлы эсемлектәр һәм закускаларға тотонола.

Был факт буйынса Енәйәт кодексының “Урлау” статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, материалдар судҡа тапшырылған. Урланған мөлкәт тартып алынған һәм кире ҡайтарылған.

Анна МИТЮШКИНА, район буйынса эске эштәр бүлегенең бүлек начальнигы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: