Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Март , 10:05

Бында тарих һаҡлана

Ошо көндәрҙә ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Бында тарих һаҡлана
Бында тарих һаҡлана

Тантаналы сараға муниципаль район хакимиәте, идаралыҡ һәм мәҙәниәт учреждениелары, шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү берләшмәһе  вәкилдәре, музейҙың элекке хеҙмәткәрҙәре, дуҫтары йыйылды.

Тантаналы өлөш алдынан музей залдары һәм экспозициялары буйлап экскурсия үткәрелде. Беренсе - “Тәбиғәт һәм этнография” залында ҡунаҡтарға техник яңылыҡ - монофон күрһәттеләр, уны тыңлап, төрлө тәбиғәт тауыштары менән танышырға, шулай уҡ башҡорт халҡының традицион музыка ҡоралдары тауыштарынан ләззәт алырға мөмкин. Бында төбәгебеҙҙең тәбиғәте һәм хайуандары, Белорет районының ерле халҡы - башҡорттарҙың шөғөлдәре, кейемдәре һәм йәшәү рәүеше тураһында тарихи мәғлүмәт тупланған. Ҡунаҡтарға башҡорт халҡының милли ризыҡтары - сәк-сәк һәм буҙаны тәмләткәндән һуң, барыһын да “Белорет районының тау заводтары” залында сәләмләнеләр. Был зал яңыртылған экспозициялар һәм аудиогид менән ҡыуандырҙы.

- Беҙҙең райондың үҙенсәлеге шунда: ул тау заводы булып тора. XVIIIXIX быуаттарҙа Белорет биләмәһендә 9 завод тимер етештереү производствоһын үҫтереү өсөн төҙөлә. Заводтарҙа төрлө губерналарҙа йәшәгәндәр эшсе булып китә,  улар үҙ мәҙәниәтен алып килә, һуңынан ул үҙенсәлекле тау заводы мәҙәниәтенә интеграциялана, бер яҡтан, элекке крәҫтиәндәр килгән ерҙәрҙең үҙенсәлектәрен һаҡлай, - тип ҡыҫҡаса таныштырҙы экскурсовод.

“Ломовочка” халыҡ фольклор коллективының дәртле сығышын ҡарағас, “Ваҡыт йылғаһы” залына әйҙәнеләр. Залда XX быуат башындағы революцияға тиклемге ваҡиғаларҙан алып, Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге тарихи осор һүрәтләнгән. Был залда йыш ҡына төрлө музей акциялары, саралары үтә, бында яҙҙырылған көйҙәрҙе генә түгел, ә тере башҡарыуҙы ла тыңларға мөмкин. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әмир Әхмәтйәновтың сығышын тыңлағандан һуң, Совет мираҫы темаһын дауам итеп, ҡунаҡтарға “Буратино” эсемлеген тәмләткәс, барыһы ла “Геология” залына үтте.

- Белорет районы - файҙалы ҡаҙылмаларға һәм төрлө минералдарға бай, ул үҙендә үткән археологик дәүерҙәрҙең һәм ер ҡабығының үҙгәреүе эҙҙәрен һаҡлай. Беҙҙең залда мәғлүмәт терминалы ҡуйылған, уны музей киоскыһы тип тә атайҙар. Унда Белореттың төп тәбиғәт һәм тарихи иҫтәлекле урындары тураһында ҙур материал тупланған һәм системалаштырылған. Уның биттәрен ҡарап, музей ҡунаҡтары үҙенең тәбиғәте һәм мәҙәниәте менән ғәжәп бай булған районыбыҙ тураһындаьт мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт ала, - тине экскурсовод.

Иң һуңғы - “Хәрби дан” залы күптән түгел генә барлыҡҡа килгән. Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлығы на, атап әйткәндә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына, локаль ҡораллы конфликттарҙа: Афғанстандағы һуғыш, Чечен кампанияһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған стендтар урынлашҡан. Һәләк булған яҡташтарыбыҙға арналған “Батырлыҡ йөҙө” экспозицияһы ПФКИ Гранты аҡсаһына эшләнгән.

Бында ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрҙәре бәйләй.

Тантаналы өлөштө Сермән ауылының “Хәтирә” һәм “Ломовочка” халыҡ фольклор ансамблдәренең ижади номерҙары асты. Сәләмләү һүҙе менән муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Ольга Берко, ҡала хакимиәте башлығы Евгений Пономарев, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова һәм мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова сығыш яһаны.

Унан һуң музей хеҙмәткәре Лүзә Ғәниева - Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, музей директоры Елена Миронова, хеҙмәткәрҙәр Гөлназ Әмирова һәм Зилә Абзалова Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы Милли музейының Рәхмәт хаты менән Наталья Попкова, муниципль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән Любовь Серова һәм Надежда Половникова, мәҙәниәт идаралығының Рәхмәт хаттары менән Алексей Рыбаков һәм Зариф Дауытов бүләкләнде.

Ҡотлау һүҙҙәре менән райондың мәҙәниәт учреждениелары директорҙары һәм вәкилдәре, Металлургия комбинатының ветерандар советы рәйесе Сергей Болонин, Туризм үҙәге һәм полиция музейы хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны, музейға артабан даяңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙарын теләнеләр, тырыш, дәртле коллективына рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙеләр.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: