Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Апрель , 10:35

Тәүге паспорттары тапшырылды

Муниципаль район хакимиәтендә 14 йәше тулған егет һәм ҡыҙҙарға Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттарын тапшырыу тантанаһы үтте.

Тәүге паспорттары тапшырылды
Тәүге паспорттары тапшырылды

Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ольга Берко, Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлеге начальнигы Римма Абзалова, «Беренселәр хәрәкәте» йәштәр ойошмаһының урындағы бүлексәһе вәкилдәре Ксения Терехова һәм Сергей Чуманов ҡатнашты. Тантаналы мәлде ата-әсәләре һәм дуҫтары бүлеште.

Сара Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт гимндарынан башланды. Һуңынан һүҙҙе полиция майоры Римма Рафиҡ ҡыҙы алды: «Хөрмәтле балалар һәм ата-әсәләр, һеҙҙе мөһим ваҡиға менән ҡотлайым. Һеҙгә илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫергә, яҡшы белем алырға ынтылырға һәм бәхетле бала саҡ теләйем», - тине.

  • Бөгөн һеҙ тормошоғоҙҙа беренсе мөһим документты алаһығыҙ, үҙ илегеҙҙең тулы хоҡуҡлы граждандары, яңы хоҡуҡтар һәм бурыстар эйәһе булаһығыҙ. Һеҙгә яҡшы яҡҡа ынтылырға, үҙегеҙгә ышанырға, тыуған илебеҙ мәнфәғәтенә бар көсөгөҙҙө һалыуығыҙҙы теләйем, - тине Ольга Николаевна.

Традицион рәүештә паспорттар менән бергә егеттәргә һәм ҡыҙҙарға Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы экземпляры, паспорттарға тышлыҡтар һәм күкрәккә тағыла торған махсус  «Беренсе» билдәләре тапшырылды. Балалар Рәсәй Федерацияһы гражданына ант бирҙе,  байрам сараһы аҙағында иҫтәлеккә дөйөм фотоға төштө.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: