Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Апрель , 10:11

Ауыл яҙмышы - уның ҡулында

Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһы күп функциялы, ҙур фиҙаҡәрлек, көс һәм энергия талап иткән, нормаһыҙ ауыр эштән ғибәрәт. Бында һинең шәхси ваҡыт та, байрам, ял көндәре лә юҡ тиерлек.

Ауыл яҙмышы - уның ҡулында
Ауыл яҙмышы - уның ҡулында

Етәкселәр, халыҡ менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, ауыл биләмәһендәге ваҡиғалар, проблемалар, ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында хәбәрҙар булырға, уларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итеү юлдарын эҙләргә тура килә. Әммә, был осраҡта һәр нәмәнең аҡсаға барып төртөлөүен, һәр эш артында байтаҡ ҡына финанс сығымдары тороуын да оноторға ярамай. Ауыл биләмәһе халҡының тормошо һәм именлеге өсөн бөтә яуаплылыҡты үҙ иңенә йөкмәгән, уларҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәстәрләгән Тимер юл ауылы хакимиәте башлығы Артур ЗАКИРОВ менән әңгәмәләштек.

► Артур Ҡауый улы, бала саҡ хыялдарығыҙҙа һеҙ үҙегеҙҙе етәксе итеп күрҙегеҙме? Үҙегеҙ тураһында бер аҙ һөйләгеҙ әле?
- Сығышым менән Салауат районы Сөрәкәй ауылынан. Ғаиләлә өс малай үҫтек, мин уртансыһы. Бала саҡта етәксе булырға түгел, ә башҡаларға ярҙам иткән, изге һөнәр эйәһе булырға хыялландым. Ауыл мәктәбенең туғыҙ класын тамамлағас, Силәбе өлкәһе Сатка ҡалаһындағы медицина училищеһына уҡырға индем. Дипломлы белгес булып сыҡҡас, Мөрсәлим участка дауаханаһында фельдшер, һуңынан район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә эшләнем. Ошо осорҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем.

2011 йылда ғаиләбеҙ менән тормош иптәшемдең тыуған районына күсергә ҡарар иттек һәм “Асы” шифаханаһына массажсы булып эшкә урынлаштым. Һәр кем үҙ йортон төҙөргә, үҙ усағын булдырырға теләй, беҙ барыһын да бизмәнгә  һалып үлсәгәс, бер аҙҙан Тимер юл ауылынан өй һатып алдыҡ. Белоретҡа күскәс, ҡала поликлиникаһына эшкә урынлаштым, ауыл хакимиәте башлығы булғанға тиклем ҡаланың медицина колледжында 8 йыл студенттарҙы хирургия, травматология һәм ашығыс ярҙам буйынса уҡыттым. Әле лә шәмбе көндәре дәрестәр биреүҙе дауам итәм.

Медицина колледжында уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән тормош иптәшем Гөлнара Мөбәрәк ҡыҙы менән өс бала үҫтерәбеҙ. Өлкән улыбыҙ Тимур Башҡорт дәүләт медицина университетының “Педиатрия” бүлегендә III курста уҡыһа, Аделина ҡыҙыбыҙ 20-се мәктәптә IX класта белем ала, 5 йәшлек Диана балалар баҡсаһына йөрөй.

► Уҡытыусы һөнәрен ҡалдырып, хакимиәт башлығы вазифаһын иңегеҙгә алырға нисек ҡарар иттегеҙ?
- Тимер юл ауылында төпләнеп йәшәй башлағас, төрлө һорауҙар менән ауыл хакимиәтенә йыш ҡына мөрәжәғәт итергә тура килде. Бер көн ауыл хакимиәте башлығы Олеся Борисенко миңә депутатлыҡҡа документтар тапшырырға тәҡдим  итте һәм ике саҡырылыш депутат вазифаһын атҡарҙым. 2020 йылда Олеся Вячеславовна муниципаль район хакимиәтенә эшкә күскәс, район Советы ултырышында хакимиәт башлығына минең кандидатура тәҡдим ителде һәм 1 ноябрҙән ошо яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алдым.

► Һеҙ етәкселек иткән осорҙа хакимиәттә ниндәй эштәр атҡарылды һәм проблемалар ителде?
- Иң күләмлеләрен һанағанда, үҙем медик булараҡ, иң беренсе маҡсатым - амбулаторияны яңыртыу ине. Ул “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте ҡарамағындағы бик иҫке бинала урынлашҡан, һыу, йылытыу системалары авария хәлендә ине, ҡыйығынан һыу үтте. Яңы бина һорап муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванютаға, район Советы рәйесе Дилә Хәмзинаға хат яҙҙым. Беҙҙең үтенес ыңғай хәл ителде һәм 2023 йыл аҙағында өр-яңы амбулатория үҙ ишектәрен асты.

Ауылда тейешле талаптарға ярашлы 5 контейнер майҙансығы эшләнде. Урамдарҙы яҡтылыҡ менән тәьмин итеү маҡсатында, 100 яҡтылыҡ-диодлы лампалар ҡуйылды. Май айында йәнә 30-ы яңыртыласаҡ. Зыяратты кадастр иҫәбенә ҡуйып, үҙебеҙгә теркәп ҡуйҙыҡ, был бик ҙур эш булды.

Уҙған йылда “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы менән “Башҡорт өйө”н асып ебәрҙек. Уның янында Ирҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы булдырҙыҡ, улар уңышлы ғына эшләп килә.

Махсус хәрби операция барышында һәләк булған ике яугирға паркта мемориал ҡуйылды. Улар иҫтәлегенә арнап йыл һайын 23 февралдә волейбол буйынса турнир уҙғарабыҙ. Уны үткәреүҙә Рөстәм Мөхөтдинов, Антон Козлов, Радик Мораҙымов бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Рәхмәт уларға! Антон Козлов бик актив ир-егеттәребеҙҙең береһе, уның ярҙамы менән балалар майҙансығы кәртәләнде, өҫтәмә ҡом майҙансыҡтары ҡуйылды, ағастар ултыртылды. Яңыраҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға “УАЗ” машинаһын да ебәрҙе.

Яугирҙарға ярҙам итеү йәһәтенән даими рәүештә гуманитар йөк йыябыҙ: ағинәйҙәр үҙҙәренең “Башҡорт өйө”ндә маскировка селтәрҙәрен, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, окоп шәмдәре эшләй. Һуңғы йөк Орскиға ебәрелде.

“Айыҡ ауыл - 2023” конкурсының районкимәлендә II урын яулап, үҙебеҙҙең берҙәмлекте күрһәттек, йыл һайын “Һабантуй”ҙа ҡатнашып,тирмә ҡорабыҙ, экологик өмәләр үткәрәбеҙ һәм башҡа эштәр атҡарабыҙ.

► Һеҙҙең ауыл биләмәһендә бөгөнгө көндә ниндәй актуаль проблемалар бар?
- Күңелде иң бошорғаны һәм көнүҙәктә торғаны - мәктәптең бәләкәй булыуы, спортзалы юҡлығы. Уға реконструкция талап ителә. Ауыл ҙурая, балалар һаны арта, ә уҡыу кластары етешмәй. Уҡыусылар физкультура дәресенә 400-500 метр йыраҡлыҡтағы иҫке мәктәпкә йөрөргә мәжбүр.

Икенсе проблема - балалар баҡсаһы. Уларҙың береһе авария хәлендә тип билдәләнде һәм ябылды. 2025 йылда балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау буйынса дәүләт программаһына эләгербеҙ һәм был мәсьәлә хәл ителер тип ышанам.
Йәнә, ауылда клуб юҡ. Ул иҫке мәктәптең бер бүлмәһендә генә урынлашҡан.

Юлдар торошо һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, иң насар участкаларҙы грейдер менән тигеҙләп, соҡорҙарҙы ямап тороу ғына етмәй. Профсоюз урамына яңы асфальт һалырға йәки, бик булмаһа, соҡорҙарын ямарға кәрәк.

Ярты ауыл “Рәсәй тимер юлдары” аша электруты менән тәьмин ителгәнлектән, ҡыҫҡа ваҡытҡа ут һүндерелеүе ауырлыҡтар тыуҙыра. Эйе, эшләйһе эштәр бик күп. Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн, тәү сиратта, финанс сығымдар кәрәклеген йәнә бер тапҡыр билдәләр инем.

► Коллегаларығыҙға, гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ бармы?
- Эш булғас, төрлө ваҡыттар була, кәңәш, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә һәр саҡ иғтибарҙарын бүлгән муниципаль район хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Рим Хазиевҡа, район Советы секретары Альберт Азаматовҡа, Ломовка ауыл хакимиәте башлығы Сергей Федоровҡа ҙур рәхмәт әйтер инем. Сергей Александрович бик компетентлы кеше. Тәүге көндәрҙән үк уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалам.

Беҙҙең эш сәғәтле түгел, бер ҡасан да телефонды һүндереп, тыныс ҡына ятып йоҡлай, йәиһә ял көндәрендә ҡайҙалыр сығып китә алмайһың. Әммә бик ҡыҙыҡлы һәм төрлө яҡлы вазифа. Был өлкәлә эшләгәндә үҙең тураһында күпте беләһең һәм нимәгә һәләтле булыуыңды аңлайһың.

Һәр ауыл биләмәһен бер ҙур ғаилә тип иҫәпләргә мөмкин, унда һәр ваҡыт депутаттарҙың, йәмәғәтселектең һәм ауыл халҡының ярҙамына иҫәп тоторға мөмкин. Уларҙың барыһына ла әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерәм, бергәләп ауылыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешендә яңы уңыштарға өлгәшә алырбыҙ тип ышанам.

► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Артур Ҡауый улы! Артабан да эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: