Йыйындың эшендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Салауат Ҡолбахтин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, “Торатау” конгресс-хол директоры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Белорет районының Өфөләге “Артыш” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәис Исмәғилев, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, муниципаль район советы секретары Альберт Азаматов, етәкселәр, урындағы ҡоролтай ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл старосталары, “Аҡһаҡалдар”, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары рәйестәре, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, китапхана, мәҙәниәт йорттары мөдирҙәре, имам-хатиптар, предприятиелар һәм төрлө ойошма етәкселәре ҡатнашты.
Йыйылышта район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева һуңғы ике йылдағы эшмәкәрлеккә байҡау яһаны.
Сарала ҡатнашыусылар алдында мәғариф идаралығы методисы Лариса Әхмәтшина тыуған телде һаҡлау, оҫта Азамат Заһитуллин солоҡсолоҡто үҫтереү, шәхси эшҡыуар Самат Мусин эшҡыуарлыҡ, Берештамаҡ ауылы старостаһы Миңлеғәле Ғәҙелшин эшләнгән эштәр һәм проблемалар, “Йәш яҡташтар берлеге” ағзаһы Алина Фәтҡуллина ойошма тураһында, Инйәр ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ләйсән Юлдашева “Zа ней” ойошмаһы, Ранис Алтынбаев “Атайсал” проекты, Рәис Исмәғилев “Артыш” яҡташтар ойошмаһы тураһында сығыш яһаны.
Унан һуң йыйындың резолюцияһы ҡабул ителде: “Беҙ, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы башҡорттарының ҡоролтай ултырышында ҡатнашыусылар, милләттәштәребеҙҙең Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше, халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн һәм башҡа милләттәр менән үҙара татыулыҡты, дуҫлыҡты нығытыуға оло өлөш индереп, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡабул иткән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, тип белдерәбеҙ.
- Район һәм ҡалабыҙҙа Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарарҙары, төрлө дәүләт программалары уңышлы тормошҡа ашырыла;
- халыҡтың рухи үҫешенә булышлыҡ итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау, демографик ситуацияны тотороҡлоғон һаҡлау өсөн төрлө саралар уҙғарыла;
- Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре тураһындағы законына таянып, район һәм ҡала биләмәһендә башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау буйынса эштәр алып барыла;
- йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү, уларға дөрөҫ йүнәлеш биреү йәһәтенән етди иғтибар бүленә;
- йәштәрҙең ялын дөрөҫ ойоштороу, уларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, быуындар бәйләнеше булдырыу өсөн төрлө ойошмалар тарафынан ҙур эштәр алып барыла;
- райондан һәм ҡаланан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәрен тергеҙеү һәм мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бүленә;
- йәш быуынға үткән тарихты тапшырыу, милли традицияларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә хөрмәт тәрбиәләү йәһәтенән “Шәжәрә”, “һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамдары, районда йәшәгән тѳрлѳ ырыуҙар йыйындары ойошторола.
Әле телгә алған эштәрҙең барыһы ла урындағы ҡоролтайҙың етди иғтибар үҙәгендә булған ыңғай эштәр һанала. Үкенескә ҡаршы, тормошобоҙҙо йәмһеҙләгән күренештәр ҙә юҡ түгел. Ауылдарҙағы эскелек, эшһеҙлек проблемалары бары тик бергәләп кенә хәл итә торған көнүҙәк мәсьәләр булып тора. Файҙаланылмай ятҡан пай ерҙәрен рәсмиләштереп, уларҙы кәрәкле йүнәлештә әйләнешкә индереү ҙә, тәү сиратта, хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙең береһе. Ерҙәребеҙҙең ситтәр түгел, ә бары тик үҙ файҙабыҙға эшләүе өсөн бөтә сараларҙы ла күререгә тейешбеҙ.
Әле әйтелгәндәрҙән сығып, Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ошондай ҡарар ҡабул итте:
Йыйылыш VI съезға делегаттар һайлау һәм башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, телгә һөйөү тәрбиләүгә тос өлөш индергәндәргә "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы, Рәхмәт хаттары тапшырыу менән тамамланды.