Тәүге бүләк - Хөсәйен ауылында йәшәгән 83 йәшлек Хәмиҙә ҒАЗЗАЛОВАла. Ҡотлайбыҙ!
Атайыбыҙ бик иртә үлде, беҙҙе әсәйем үҙе генә ҡарап үҫтерҙе. Бала саҡтан эшләп үҫтем, көртмәлеһен дә һаттым, колхозда төрлө эштәрҙә эшләнем, һыйыр ҙа һауҙым. Аҙаҡтан мәктәптә, “Заря” колхозының Хөсәйендәге контораһында йыйыштырыусы булдым. Ирем бригадир булғас, ярҙамлашмай булмай, йәй көндәрендә колхоз эшселәренә ашарға бешерергә сыға торғайным. Ғүмеремдең бер генә көнөндә лә эш эшләмәй торған көнөм булманы.
Әлеге көндә балаларым янымдалар, килеп, ярҙам итеп торалар. Хәлемдә барынса баҡса ҡарашам, ғөмүмән алғанда, тик ултырым сыҙай алмайым. Күҙ күргәндә бәйләргә лә ярата торғайным.
“Урал” гәзитен үҙемде белгәндән алып уҡыйым. Республика, район хәбәрҙәрен уның аша беләм, төрлө темаларға яҙалар. Айырыуса хикәйәләрҙе, таныш-белештәр тураһындағы мәҡәләләрҙе, ҡотлауҙарҙы яратып уҡыйым. Хикәйәрҙең дауамын көтөп алам.
Киләсәктә лә “Урал”ыбыҙ матур итеп сығып торһон, уҡыусылары һаны кәмемәһен. Барлыҡ гәзит уҡыусыларға һәм редакция хеҙмәткәрҙәренә иҫәнлек, имен тормош, тыныс күк йөҙө, ғаилә бәхете теләйем!, - тине Хәмиҙә Ниязбай ҡыҙы.
Хөрмәтле гәзитебеҙҙе алдырыусылар,” Һеҙ ҙә тиҙ арала “Урал”ға яҙылығыҙ һәм квитанцияһын редакцияға ебәрә һалығыҙ, бәлки, гәзиттең киләһе бүләге һеҙгә эләгер.
Яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
МӨХӘРРИРИӘТ.