Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Июнь , 16:33

Тыуған яҡ сәләмдәрен еткерҙеләр

Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Минһажетдинованың Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы Диана, махсус хәрби операциялағы Башҡортостан егеттәренә ҙур ярҙам күрһәткән.

Тыуған яҡ сәләмдәрен еткерҙеләр
Тыуған яҡ сәләмдәрен еткерҙеләр

- Ҡыҙыбыҙ ил именлеген һаҡлаған егеттәргә ярҙам итеүҙе ойошторорға ҡарар итте һәм был хаҡта Интернет аша туғандарҙың, иптәштәренең чаты аша мөрәжәғәт итте. Барыһы ла шунда уҡ аҡса күсерә башланы һәм байтаҡ ҡына сумма йыйылды. Белоретта ғына түгел, Екатеринбургта, Магнитогорскиҙа йәшәгән туғандар ҙа ситтә ҡалманы. Был аҡсаға генераторҙар, бысҡылар, маңлайға ҡуя торған фонариктар, газлы портатив плиталар, бырау, шөрөп борғос кеүек инструменттар, йәйге өҫ һәм аяҡ кейемдәре һатып алып, Воронеж ҡалаһына заказ ебәрҙек.

Унан махсус хәрби операциялағы егеттең атаһы барып алды һәм алғы һыҙыҡтағы Башҡортостан егеттәренә алып барып тапшырҙы. Гуманитар йөктө ике машина менән илттеләр. Икенсеһендә улар егеттәргә аҙыҡ-түлек алып барҙылар.

Бындай ярҙамды алғандан һуң, яугирҙар һәм командирҙары беҙгә видео аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм имен-һау әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә бирҙе.

Сосновка ауыл халҡы махсус хәрби операциялағы ир-егеттәребеҙгә даими рәүештә ярҙам йыя. Әлеге ваҡытта ирегеттәргә көндәлек кәрәк-яраҡтары, кейемдәр, аҙыҡ-түлек йыйҙыҡ. Уларҙы ошо арала ҡаптарға тултырып, сираттағы гуманитар конвойға биреп ебәрергә әҙерләйбеҙ.

Ауылыбыҙҙа илебеҙҙә барған ваҡиғаларға битараф булмаған, ҡайғыртыусан, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер кешеләр күп. Был бик ҡыуаныслы. Ир-егеттәребеҙгә ошо ярҙам менән тыуған яғыбыҙҙың сәләмдәре, йылылығы барып етһен ине”, -тине Айгөл Айрат ҡыҙы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: