6 ғинуарҙа эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡаланың Ҡыҫҡа урамы буйлап йөрөгәндә, бығаса хоҡуҡ һаҡлаусылар иғтибарына эләккән ҡыҙҙы күреп ҡала. Был юлы ул үҙен сәйер тота һәм йәмәғәт транспорты туҡталышы янында ер өҫтөндә нимәлер эҙләй.
Полиция хеҙмәткәрҙәренә 24 йәшлек ҡыҙ шәхси ҡулланыу өсөн синтетик наркотикты дистанцион ысул менән һатып алыуы тураһында һөйләй. Шәхси тикшереү ваҡытында ҡыҙ янында бер төргәк онтаҡ була. Артабанғы экспертиза күрһәтеүенсә, төргәктә ауырлығы яҡынса 1 грамлыҡ N - метилэфедрон, йәғни “тоҙ” булыуы билдәле була.
24 ғинуарҙа полицияның пост-патруль хеҙмәткәрҙәре коллектив баҡсаларҙа 26 йәшлек ирҙе ҡулға алды. Уның курткаһының күкрәк кеҫәһендә изолента менән уралған төргәк табыла. Егет Интернетта үҙенә 1,5 грамм наркотик заказ иткәнен һәм йәшерен урын аша заказын алғанын аңлата. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, төргәктәге онтаҡ мефедрон булып сыға. Ә ир ҡулға алынған ваҡытта каннабиноидтар ҡулланыу арҡаһында иҫерек хәлдә була.
14 февралдә Высоковольтная урамында полиция хеҙмәткәрҙәре 37 йәшлек кешене ҡулға ала. Ир аңлатыуынса, урманда уҡ газ горелкаһында мәк орлоғонан шәхси ҡулланыу өсөн наркотик төнәтмә яһаған. Ул эсемлектең бер өлөшөн ҡулланып өлгөргән, ә ҡалғанын һуңынан ҡулланыу өсөн шешәгә һалған була.
Наркотик ҡулланыусыларҙың барыһы ла бығаса енәйәт яуаплылығына тарттырылған йәки хөкөм ителгән. Хәҙер улар йәнә енәйәт эштәрендә фигурант булды. Әлеге ваҡытта тәүтикшереүселәр тикшереүҙәрен тамамлаған, раҫланған ғәйепләү акттары менән енәйәт эштәре материалдары судҡа ебәрелгән.
Полиция граждандарға мөрәжәғәт итә: әгәр һеҙгә наркотик матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыу, һаҡлау, етештереү, таратыу, наркотик һәм психотроп матдәләр, наркотик матдәләр булған үҫемлектәрҙе үҫтереү, наркотик матдәләр ҡулланыу өсөн притон ойоштороу йәки тотоу факттары билдәле булһа, был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Ышаныс телефонына 8 (347) 279-32-92 хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.