Был операцияның төп маҡсаты - хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юлтөҙөлөш машиналарын һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланғанда хәүефһеҙлек техникаһын һәм тирәяҡ мөхитте һаҡлау.
Айлыҡ осоронда Белорет районы биләмәһендә рейдтар үткәреү маршруттары әҙерләнгән һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре ҡатнашлығында закон менән һаҡланған ҡиммәттәргә - граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына, уларҙың мөлкәтенә, тирәяҡ мөхиткә зыян килтереү хәүефе иҫкәртеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы, БР Эске эштәр Министрлығының ЮХХДИ идаралығы дәүләт инспекторҙары ҡатнашлығында саралар ойошторолған.
Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы ҡулланыу барышында планлы рейдтар үткәрелә, уларҙың техник торошо һәм мотлаҡ техник документтар булыуы тикшерелә. Тикшереү һөҙөмтәләрен анализлау күрһәтеүенсә, теркәү ҡағиҙәләрен үтәмәү иң йыш осраған боҙоу булып тора.
Операция сиктәрендә иғтибар тәү сиратта тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш машиналарын файҙаланыу менән бәйле йәрәхәттәрҙе бөтөрөүгә, транспорт саралары мәғлүмәттәрен теркәү ҡағиҙәләрен һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә, агрегат номерҙарының иҫәп мәғлүмәттәренә тап килеүенә йүнәлтелә.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡарары менән раҫланған үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм башҡа төр техниканы дәүләт теркәүе ҡағиҙәләренә ярашлы, техника хужалары һатып алынғандан алып 10 календарь көн эсендә уларҙы Дәүләт техник күҙәтеү органдарында теркәргә тейеш.
Тимер ат хужаһы үҙйөрөшлө техниканы Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында техник тикшереү үткәндән һуң һәм тейешле категориялы “Тракторсы-машинист” танытмаһы булған осраҡта ғына файҙаланырға рөхсәт ителеүен белергә тейеш.
Тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юлтөҙөлөш машиналарын техник тикшереүгә әҙерләгәндә руль идара итеү механизмдарының, тышҡы яҡтылыҡ сигнализацияһы приборҙарының, двигателде эшләтеп ебәреүҙе блокировкалау ҡоролмаһының төҙөклөгөнә, туҡланыу системаһының герметиклығына айырыуса иғтибар итергә кәрәк.
Үҙйөрөшлө техниканы техник тикшереүһеҙ йәки теркәлмәйенсә файҙаланған өсөн, Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексына ярашлы, административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Шулай итеп, тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш машиналарын һәм уларға тағылмаларҙы законлы һәм хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн һатып алынған техниканы дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында теркәү, йыл һайын техник тикшереү үтеү һәм техника менән идара итеүгә рөхсәт алыу зарур.
Зәбир ҠАЗИН, район-ҡала буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы.