Июнь аҙағында полиция бүлегенә Абҙаҡ ауылынан 60 йәшлек ир, тышлығында банк картаһы булған кеҫә телефонын юғалтыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ир сәйәхәткә сыҡҡанда смартфонын автомобиленең капотына һалғанын, әммә уны унан алырға онотоуын аңлата. Зыян күреүсе хәрәкәт ваҡытында телефон төшөп ҡалған тип фаразлай, үҙ аллы эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Икенсе көндө ул картаны ябыу өсөн банкка килә, әммә, 9 мең һумдан ашыу аҡсаны кемдер Яңы Абҙаҡ ауылының төрлө магазиндарында һатып алыуға тотонғаны асыҡлана.
Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары барышында урлашыуҙа бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 43 йәшлек Белорет кешеһенең ғәйепле булыуын асыҡлай.
Һорау алыу ваҡытында ир был көндө эш буйынса йөрөүен һөйләй. Юл ситендә ул телефонға оҡшаған әйберҙе күрә һәм табышты тикшерергә ҡарар итә. Баҡтиһәң, юлда карта менән кеҫә телефонының тышын, ә эргәһендә емерелгән смартфон ҡалдыҡтарын күрә. Ир картаны үҙе менән ала, әммә уның хужаһын асыҡларға, банкҡа йәки полицияға тапшырырға уйламай. Ғәйепләнеүсе бер нисә магазиндан контактһыҙ түләү функцияһы ярҙамында спиртлы эсемлектәр һатып ала.
Ир Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң “Банк иҫәбенән урлау” пунктында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше фигуранты булды. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, ғәйепләү һығымтаһы раҫланған һәм енәйәт эше материалдары судҡа ебәрелгән.
Полиция иҫкәртә: башҡаларҙың картаһынан аҡса урлау - һәр ваҡыт ауыр енәйәт һанала. Күптәр хаталы рәүештә башҡаларҙың әйберен табыу - табыш тип уйлай һәм бер ниндәй ҙә хоҡуҡи эҙемтәләргә килтермәй тип иҫәпләй. Әммә, закон буйынса юғалған әйберҙе тапҡан кеше хужаһының, полицияның йәки үҙидара органының табышы тураһында хәбәр итергә, шулай уҡ әйберҙе эйәһенә ҡайтарыу өсөн тулы саралар күрергә тейеш. Әгәр һеҙ башҡа кешенең картаһын тапһағыҙ, уны үҙегеҙгә алырға ярамай, бигерәк тә унан аҡса сарыф итеү тыйыла. Юғиһә, һеҙгә енәйәт яуаплылығына тарттырыу һәм 100 мең һумға тиклем штраф, йәки алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.
Айһылыу МӘХМҮТОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе.