Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Август 2024, 14:57

Үлем менән янаған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге үлем менән янау тураһындағы енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Үлем менән янаған
Үлем менән янаған

Иртә менән полиция бүлегенә хафаға төшкән ҡатын шылтырата. Уның һөйләүенсә, Пушкин урамындағы фатирҙа иҫерек улы шау-шыу ҡуптара, ҡул күтәрә һәм язалау менән янай. Был адресҡа шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре юллана.

Алдан асыҡланыуынса, 45 йәшлек иҫерек ир төндә спиртлы эсемлек бирмәгәне өсөн әсәһе менән һүҙгә килә. 72 йәшлек ҡатын улы ғауға ҡуптарыуҙан туҡтамаһа, полиция саҡыртырға янай. Иргә был оҡшамай һәм ул әсәһенең телефонын тартып алырға маташа. Сыуалыш барышында ул әсәһенә бер нисә тапҡыр һуға, пенсионер ҡатынға йә таба, йә үтек менән һуғырға теләй һәм үлем менән янай. Тамам арыған ҡатын улына иҫерткес эсемлек бирә һәм ул тынысланып йоҡлап китә.

Ҡото осҡан ҡатын өйҙән ҡаса һәм ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә. Тәртип һаҡсылары килгәндә ғәйепләнеүсене йоҡлаған була. Ул әсәһен үлтерергә ниәтләмәгәнен, тик уның уға ҡысҡырыуын туҡтатыуын ғына теләгәнен аңлата. Ул үҙ ғәйебен таный.

Быға тиклем хөкөм ителгән ир йәнә РФ Енәйәт кодексының 119-сы статьяһында ҡаралған енәйәт составы билдәләре буйынса енәйәт эше фигуранты булды. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған. Материалдар судҡа ҡарау өсөн тапшырыла.

Рәлиф Яҡупов, район буйынса эске эштәр бүлеге тәүтикшереүсеһе.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: