Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Август 2024, 10:09

Үҫмер юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған

Мопед йәки скутер артына ултырып, йәш юл хәрәкәте ҡатнашыусылары ҡайһы берҙә үҙҙәренең хәүефһеҙлеге тураһында онота.

Үҫмер юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған
Үҫмер юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған

Балаларҙың йәшен, водитель таныҡлығын, транспорт сараһы менән идара итеү күнекмәләрен иҫәпкә алмаған ата-әсәләр ҙә, был хаҡта етди уйламай. Хатта бәләкәй генә юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеп тә, бала етди йәрәхәттәр алырға, хатта ғүмере ҡыйылырға мөмкин.

28 август сәғәт 22.01 тирәһендә 2012 йылғы бәлиғ булмаған водитель, “Альфа” маркалы мопед менән Сермән ауылының Калинин урамы буйлап барғанда, хәүефһеҙ булмаған тиҙлекте һайлап юл өлөшөндә ауа. Үҫмерҙең мопед менән идара итеү хоҡуғына водитель таныҡлығы, транспорттың дәүләт теркәү билдәләре булмаған, теркәлеү иҫәбендә тормаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, бәлиғ булмаған мопед водителе һаулығына ауыр зыян килә,  ул ашығыс медицина ярҙамы машинаһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатыла.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға скутер һәм мотоцикл һатып алғанда, үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: “Балағыҙ өсөн скутер мөһимме, әллә сәләмәт баламы?”

Әгәр һеҙ юл-транспорт ваҡиғаһына йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға шаһит булһағыҙ, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының 8(347)279-32-92 Ҡыҙыу линия телефонына, шулай уҡ Башҡортостан дәүләт Автоинспекцияһының телеграм менеджеры чат-бот каналы буйынса хәбәр итергә кәрәк @GIBDDRB_02bot. Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең Дежур часы телефоны: 8(347)-3-24-02.

Хәбәрҙә хоҡуҡ боҙоу урыны тураһында мәғлүмәтте, мөмкин тиклем теүәл адресты күрһәтеп, ваҡиғаны, автомобилдең дәүләт номерын һәм уның хәрәкәт маршрутын ҡыҫҡаса тасуирларға, шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙың фотоһын һәм видеоһын ҡуйырға кәрәк.

Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА, полицияның кесе лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.

Автор:
Читайте нас: