Митингта муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала хакимиәте башлығы Евгений Пономарев, Белорет, Бөрйән райондары һәм Межгорье ҡалаһы хәрби комиссары Сергей Захаров, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табип вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илмир Фәтҡуллин, Даян Ғәли улының ата-әсәһе Рәмзиә һәм Ғәли Динисламовтар, тормош иптәше Гөлфиә Динисламова, балалары, туғандары, коллегалары, дуҫтары, ҡала медицина колледжы студенттары ҡатнашты.
Даян Динисламов тураһындағы хәтирәләре менән кейәүе Марсель Тойғонов бүлешеп үтте.
Яугирҙың хәләле Гөлфиә Шәкир ҡыҙы сығыш яһап: “Даян изге йөрәкле, ҡыйыу, мәрхәмәтле, асыҡ күңелле, ғаиләһен яратҡан ир һәм атай булды. Уның менән үткән бәхетле йылдарым өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Ҡәҙерлебеҙҙең исемен мәңгеләштереүҙә ярҙам иткәндәре өсөн муниципаль район хакимиәтенә, коллегаларына, класташтарына, курсташтарына ҙур рәхмәт!” - тине һәм барыһына ла тыныс күк йөҙө, именлек теләне.
Даян Ғәли улы Үрге Сермән ауылында тыуып үҫә. Мәктәптән һуң, 1991-1993 йылдарҙа Белорет медицина колледжының шәфҡәт туташтары һәм медбраттар әҙерләү бүлегендә уҡый. Уны тамамлағас, Кәртәле-Запань ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып хеҙмәт юлын башлай. Әммә ярты йылдан һуң Ватан алдындағы бурысын үтәү өсөн армия сафына саҡырыла һәм 1993-1995 йылдарҙа Анапала хеҙмәт итә. Унан һуң ҡала поликлиникаһына массажсы булып урынлаша. Ун йыл эшләгәс, ул саҡтағы үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Ғәзимйән Зәйнуллин: “Ғүмер буйы ул һөнәрҙә эшләмәҫһең инде”, - тип рентген-лаборантҡа уҡырға ебәрә. Белем камилаштырып ҡайтҡас, 2002 йылдан алып ҡала поликлиникаһында, 2-се һанлы поликлиникала һәм дауахана ҡаласығында бөтә төр рентген хеҙмәтен күрһәтә.
Даян Ғәли улы спорт менән мауыға, төрлө спорт сараларында ҡатнаша, һәр ваҡыт ярҙамсыл кеше була. Тәбиғәтте, балыҡ тоторға ярата. Урман, үҫемлектәр тураһында күберәк белер өсөн махсус рәүештә Өфөләге урман техникумына уҡырға инә, уны тамамлағас, медицинанан китергә теләй, әммә, был фекерен үҙгәртә һәм шәфҡәтле һөнәрендә эшләүен дауам итә.
Даян Ғәли улы үҙ һөнәрен яҡшы белгән, кешеләр һаулығы тураһында хәстәрлек күргән белгес кенә түгел, ғаиләһендә лә үрнәкле ир-уҙаман була. Тимер юл ауылы мәктәбендә эшләгән тормош иптәше Гөлфиә Шәкир ҡыҙы менән өс бала тәрбиләп үҫтерәләр.
Махсус хәрби операцияның башынан уҡ беҙҙең егеттәргә ярҙам итергә теләй һәм Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Хәрби бурыстарын үтәгәндә, иптәштәре өсөн беренсе медицина ярҙамы күрһәтә һәм яралыларҙы ҡотҡарғанда батырҙарса һәләк була...
Тыныс йоҡла, батыр!