Дежур бүлеккә 33 йәшлек ир мөрәжәғәт итеп, банк аҡса алыуҙарын дәлилләгән хәбәр килеүе тураһында һөйләй. Зыян суммаһы 3 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Ғариза биреүсе картаның үҙе менән булмауын, ҡайҙалыр юғалтыуын аңлата.
Оператив-эҙләү сараларын үткәреү, видеокүҙәтеү камераларынан яҙмаларҙы анализлау барышында полиция хеҙмәткәрҙәре аҡсаның юғалыуына ҡыҫылышы булған кешене асыҡлай. Ул 73 йәшлек урындағы ҡатын булып сыға.
Пенсионер тротуарҙа ятҡан исемле картаны таба, әммә уның хужаһын билдәләү буйынса саралар күрергә ашыҡмай. Картала контактһыҙ түләү билдәһен күреп, ул бер нисә аҙыҡ-түлек магазинында һатып алыуҙар өсөн түләй.
Ҡатынға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшө, “Г” пунктында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (банк иҫәбенән аҡса урлау). Ғәйепләнеүсе ҡылған ғәмәленә үкенә, зыян күреүсегә зыянды тулыһынса ҡаплаған. Тикшереү тамамланған. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: юғалған банк картаһын ҡулланыу - тотонолған йәки аҡсаға әйләнгән сумманың ҙурлығына ҡарамаҫтан, енәйәт эше. Әгәр һеҙ кемдеңдер банк картаһын тапһағыҙ, уны банкка йәки яҡындағы полиция бүлегенә алып барығыҙ. Карта хужаларына электрон түләү сараларына иғтибарлыраҡ булырға, ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, ә юғалтҡан осраҡта шунда уҡ блокировкаларға кәрәк.
Светлана ИШБИРҘИНА, тәфтишсе.