Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 21 йәшлек егет социаль селтәрҙә ҡыҙ менән танышҡандан һуң аҡсаһын юғалтыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте. Егет интернет киңлектәрендә ниндәйҙер ҡыҙҙың танышыу тәҡдиме тураһында иғлан тапҡанын һөйләй һәм яңы таныштар араһында әүҙем хат алышыу башлана.
Тиҙҙән әңгәмәсе шәхсән осрашырға теләк белдерә. Ул йәш кешегә бергәләп мәҙәни сараға барырға тәҡдим итә һәм ике билет һатып алыуҙы һорап, афишалы сайтҡа һылтанма ебәрә. Әммә, уларҙың хаҡы егеткә бик юғары булып күренә һәм ул сумманың яртыһын ғына түләргә ризалаша. Билет өсөн аҡсаны ул виртуаль танышына күсерә, әммә икенсе көндө ҡыҙ изге һылтау менән осрашыуҙан баш тарта һәм һатып алынған билеттарҙы шул уҡ сайтта кире ҡайтарырға тәҡдим итә.
Егет сайттың "ярҙам хеҙмәте" менән бәйләнешкә инә. Уға банк картаһында 5 меңдән кәм булмаған аҡса булғанда ғына аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин, тип хәбәр итәләр. Әммә, операциянан һуң картаға аҡса күсмәй, киреһенсә, иҫәптән сығарыла. Уға тағы ла бер тапҡыр тырышырға кәңәш итәләр, әммә был юлы картала 10 мең һум булырға тейеш, тап шул тиклем аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә итәләр. Был юлы ла тарих ҡабатлана. Сайттың эшләмәүен аңлатып, ярҙам хеҙмәте картаны 20 мең һумға тулыландырыуҙы һәм билеттарҙы кире ҡайтарырға тырышыуҙы һорай. Әлбиттә, был аҡса ла эҙһеҙ юғала.
Егет бөтә был ваҡыт эсендә мутлашыусылар менән аралашыуын һәм сайттың ялған булыуын аңлай. Дөйөм алғанда, егет 39 мең һумға яҡын аҡса юғалта.
Был факт буйынса тәфтишсе енәйәт эше ҡуҙғатты. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Полиция иҫкәртә: бер ниндәй ҙә һылтау менән сит кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Уяу һәм аҡыллы булығыҙ, үҙегеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ!
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.