Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Октябрь , 15:01

Республикабыҙҙың данын күтәреп

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте.

Республикабыҙҙың данын күтәреп
Республикабыҙҙың данын күтәреп

Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың үҙ аллы дәүләт булып иғлан ителеүенә 34 йыл! Республикабыҙ көньяҡ Уралда - Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан, 143 мең квадрат саҡрымдан ашыу территорияны биләй. 4 миллиондан ашыу кеше, 100-гә яҡын милләт татыу һәм дуҫ булып йәшәй.

Бөгөн Республика көнөн билдәләйбеҙ. 1990 йылдың был көнөндә республика парламенты дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә. Киләсәккә йүнәлтелгән Декларация күп милләтле халыҡты берләштерә һәм уның көсөн ижадҡа йүнәлтә. Бөгөн Башҡортостан үҙ суверенитетын нығытыу, иҡтисадын, фәнен, мәҙәниәтен һәм милли традицияларын артабан үҫтереү юлында ышаныслы бара. 


Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары яңғырағас, ҡотлау һүҙҙәре менән муниципаль район Советы рәйесе урынбаҫары Николай Аверьянов сығыш яһаны, наградалар тапшырҙы.

“Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы” исеме Белорет спорт мәктәбенең  көрәш буйынса тренеры Валерий Коробовҡа һәм Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры Ғәйсәр Аҫылғужинға (үлгәндән һуң) бирелде.

Үҫеп килгән быуынды патриотик һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләгәндәре, хаҡлы ялдағыларҙың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эштәре, район-ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ветерандар хәрәкәте активистарына - Үҙәнбаш мәктәбенең элекке директоры Заһир Муллағәләмовҡа, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте ветераны, травматолог-ортопед, нейрохирург Марат Әхмәтғәлиевкә, Сермән ауылының Аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе, йәмәғәт эшмәкәре Хәкимйән Хәйретдиновҡа “Белорет районы һәм ҡалаһының почетлы ветераны” исеме бирелде. 

Юғары һөнәрилек, күп йыллыҡ емешле хеҙмәте һәм Республика көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе урынбаҫары Людмила Маркина, клиент хеҙмәте консультанты Марина Кузнецова, “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте”нең район-ҡалалағы ойошмаһы белгесе Алексей Гридневский, мәғариф идаралығының тәрбиә, өҫтәмә белем биреү, ял һәм һауыҡтырыу бүлеге методисы Светлана Азаматова, Нина Зимина исемендәге “Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы” учреждениеһының хеҙмәтләндереү бүлеге китапханасыһы Елена Дьяченко, мәғариф системаһын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн ҡаланың 20-се мәктәбе уҡытыусыһы Елена Архипова, Сермән мәктәбе уҡытыусыһы Раушания Хамматова муниципаль район Советының Почет грамоталары менән наградланды.
Артабан һүҙ Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Фәнир Улы Вәхитовҡа бирелде. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы кесе сержант, мотоуҡсылар полкы наводчигы Андрей Чабровты генерал Шайморатов миҙалы менән наградланы. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ - Айҙар  Мостафинға (әсәһе Айгөл Зиннәт ҡыҙы ҡабул итеп алды) һәм Нур Әмировҡа (ҡатыны Элиза Хәниф ҡыҙына) генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Унан һуң һәләк булған геройҙарыбыҙ иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһағандан һуң, ҡала Мәҙәниәт һарайының бүлек мөдире Александр Кулюшинды республика Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Сибай  ҡалаһында уҙған “Урал Аръяғы - 2024” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм күрһәткән ярҙамы өсөн Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән “Башспецстрой” йәмғиәте водителе Виктор Полетавкин, “Йорт хужалығы” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Юлай Шәмсетдинов һәм Николай Коробкин, Белорет районы торлаҡ хужалығы идаралығы йәмғиәте хеҙмәткәре Денис Дмитриев нарыҡланды.

25 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттарын федераль Берҙәм реестрға индереү буйынса эксперт советы ултырышы үтте. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ҡарары буйынса Белорет районының 4 объекты -  “Әүжән тальяночкаһы” һәм Әүжән-Петровск кадриле, шулай уҡ Ломовка ауылының "Колотушка", “Улышные - 74-се” таҡмаҡтары ошо исемлеккә инде.

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни байлығын һаҡлауға булышлыҡ иткәне һәм индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Үрге Әүжән ауылының “Авзянские вечорки” рус халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Владимир Серегин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Үрге Әүжән  балалар музыка мәктәбе директоры Гүзәл Серегина, Ломовка ауылының “Ломовочка” халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Ангелина Пантелеева Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Артабан һүҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовҡа бирелде. Ул традицияға ярашлы 50 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын - Мәрзиә һәм Ринат Маһияровтар, Надежда һәм Владимир Пахомовтар, Фәүзиә һәм Мәүлитйән Ғибәҙәтовтарҙы (һүрәттә)бүләкләп үтте.

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Кирилл  Егупов Белорет районының “Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалын район мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн  Валентина Ульяноваға, урындағы үҙидара органдарында күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Айытбай Әйүповҡа Белорет районының “Муниципаль хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалын тапшырҙы.  

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Белорет металлургия комбинаты машинисы Рөстәм Саҙрыевты муниципаль район хакимиәте башлығының Почет грамотаһы, стоматология поликлиникаһының табип-стоматологы Илнур Рәхимовты,  үҙәк район клиник дауаханаһының хирургия бүлеге шәфҡәт туташы Екатерина Мартьянованы, Белорет металлургия комбинаты водителе Абсадый Сәғитовты,  “Дефицит” театр-студияһының режиссер ассистенты Сергей Клочковты Рәхмәт хаттары менән наградланы.

Йыл һайын иң яҡшы студенттарға - уҡыу алдынғыларына Белорет районы хакимиәте башлығы стипендиялары тапшырыла. Быйыл был премияға Татьяна Шурхно (медицина колледжы), Рада Ниғмәтуллина (педагогия колледжы), Илгизә Байегетова (металлургия колледжы), Максим Һатлыҡов (Башҡорт иҡтисад-юридик колледжы филиалы), Егор Глабай (Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты филиалы) лайыҡ булды.

Быйыл тәүге тапҡыр муниципаль район хакимиәте башлығы стипендиялары мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының һәләтле уҡыусыларына тапшырылды. Ҡала музыка мәктәбенән Радмила Ямалетдинова, Илнар Хөсәйенов, Агата Суворова, ҡаланың художество мәктәбенән Анна Фролова һәм Үрге Әүжән музыка мәктәбенән Евгения Ефимова был стипендияға эйә булды.

Сара һуңында махсус хәрби операция ветераны, кесе сержант Артем  Зыяитдинов һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы кесе сержант Андрей Чабров барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. 

Тантаналы сара “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” исемле концерт программаһы менән тамамланды.
 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: