Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Ноябрь 2024, 12:22

Тәүге паспорттары тапшырылды

Муниципаль район хакимиәтендә Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырыу тантанаһы үтте.

Тәүге паспорттары тапшырылды
Тәүге паспорттары тапшырылды

Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә һәм “Беҙ - Рәсәй граждандары!” Бөтә Рәсәй акцияһына арналды.

14 йәше тулған һәм уҡыуҙа, спортта һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә айырылып торған 10 уҡыусы Рәсәй Федерацияһы гражданының тәүге паспорттарын алды. Сарала Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса өлкән инспекторы Розалия Мостафина, “Беренселәр хәрәкәте”нең урындағы бүлексәһе белгестәре, шулай уҡ үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре ҡатнашты.

“Был мөһим ваҡиғаны мәңгегә иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Бөгөн һеҙ оло тормошҡа тәүге аҙым яһанығыҙ. Һеҙгә уҡыуҙа һәм бөтә башланғыстарҙа уңыштар теләйем! Гражданлыҡ бурыстарығыҙҙы намыҫ менән үтәгеҙ һәмрәсәйҙәрҙең берҙәмлектә көсө булыуын иҫтә тотоғоҙ”, - тип үҫмерҙәргә мөрәжәғәт итте Розалия Фәнил ҡыҙы.

Паспорттарҙан тыш, үҫмерҙәргә Рәсәй Конституцияһы экземпляры, шулай уҡ “Беренселәр хәрәкәте”нең фирма билдәләре тапшырылды. Тантанала ҡатнашыусылар бер-береһе менән оҙаҡ ҡына хистәрен уртаҡлашты һәм яңы паспорттарын ҡараны. Сара иҫтәлеккә фотоға төшөрөү менән тамамланды.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Эльвира ВИЛЬДАНОВА фотоһы.

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: