Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Ноябрь 2024, 12:51

Нурлы ҡыҙҙың оло шатлығы

Быйылғы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылында Бирҙеғол ауылында йәшәгән Гөлнур Яҡшыдәүләтованың күптәнге хыялы тормошҡа ашты - ул электр коляскалы булды.

Нурлы ҡыҙҙың оло шатлығы
Нурлы ҡыҙҙың оло шатлығы

Гөлнурға тыумыштан церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙен башҡаларҙан кәм тоймай, үҙ-үҙен ҡарай ала, өйҙәге барлыҡ эштәрҙе эшләй, ашарға бешерә, һауыт-һабаны, хатта иҙәнде лә йыуып ҡуя. 
Бер мәл, үҙенең тормошо менән башҡаларҙы  таныштырыу теләге менән  “Бәйләнештә” селтәрендә “Нурлы ҡыҙ” төркөмөн аса һәм тап шунда ул электр коляскаһы  тураһында хыялланыуын белдерә. Инйәр ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Асия Йосопова Гөлнурҙың: “Әгәр коляскам булһа, ҡыш көндәрендә өйҙә ултырмаҫ инем, башҡалар ише мин дә урамда, саф һауала йөрөр инем...” - тип яҙғанын уҡығас, йөрәге түҙмәй, был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй башлай һәм автономиялы коммерцияға ҡарамаған “Социаль башланғыстар” йәмғиәт ойош-
маһы етәксеһе Эдуард  Батыревҡа мөрәжәғәт итә. 
Эдуард Марсель улы бер ай дауамында Гөлнур хаҡында белешмәләр туплағас, Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Добрый слон” хәйриә фонды менән бәйләнешкә инә. Улар ҡыҙға колясканы алыу өсөн ниндәй документтар талап ителеүен хәбәр иткәс, эштең иң ауыр өлөшө - ҡағыҙҙар ар-
 
тынан төрлө инстанцияларға йөрөүҙәр башлана. Ниндәй генә ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуға ҡарамаҫтан, өс ай тигәндә барыһы ла әҙер була һәм Воронеж ҡалаһындағы коляскалар етештереү фирмаһына ебәрелә. Бер нисә көн үтеүгә, Гөлнурға тәғәйенләнгән ко-
лясканы барып алырға ғына ҡала.
- Техниканың моделен бик оҙаҡ уйланыҡ, Гөлнурҙың ниндәй шарттарҙа йәшәгәнен, ауылдағы юлдарҙы ла иҫәпкә алдыҡ. Был электр коляскаһы таулы-ташлы, насар юлдарҙан да үтә ала, аккумуляторы бик көслө, ҡеүәте юғары. 170 мең һумлыҡ коляска өсөн беҙ ҙә, Гөлнурҙың ғаиләһе лә бер тин аҡса түләмәне. Хатта Воронеждан Инйәрҙән алып ҡайтыуға тиклем сығымды “Добрый слон” хәйриә фонды ҡапланы, - ти Эдуард Батырев.
 
Асия ЙОСОПОВА:
 
- Гөлнурҙың шатлығын күреү - беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Мин уның ғаиләһе менән яҡшы таныш, туғандары беҙҙең Инйәрҙең 2-се мәктәбендә белем ала. “Бәйләнештә” сәхифәһендәге төркөмөн һәр саҡ күҙәтеп, ҡарап барам, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүенә, 
тырышлығына һоҡланам. 
“Добрый слон” хәйриә фонды етәксеһе Наталья Чупрановаға, баш белгес Татьяна  Смирноваға һәм бөтә документ эштәре  менән шөғөлләнгән Эдуард Батыревҡа ҙур рәхмәт! Бер-беребеҙгә һәр саҡ мәрхәмәтле, ярҙамсыл булып йәшәйек!

Илья ПАНЧЕНКО фотоһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: