- Ни өсөн һалым түләүен уҙған йыл өсөн түләйбеҙ?
- Һалым кодексында милек һалымдарын түләү ваҡыты уҙған һалым осоронан һуң киләһе йылдың 1 декабренә тиклем билдәләнгән. Шуға күрә быйыл 2 декабргә тиклем (1 декабрь ял көнө) 2023 йыл өсөн һалым түләйбеҙ. Уҙған йылда иһә 2022 йыл өсөн түләнек.
- Һалым тураһында белдереү нисек ебәрелә?
- Һалым тураһында белдереү ҡағыҙы почта аша заказ хаты менән, шулай уҡ “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында шәхси кабинет аша электрон формала ебәрелә.
- Почта аша һалым тураһында белдереү ҡағыҙын алмаған осраҡта ни эшләргә?
Һалым белдереүҙәренең 70%-тан ашыуы электрон формала ебәрелеүен иҫәпкә алып, граждандарға Интернет-сервистағы "Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты" йәки "ФШ һалымдары" (“Налоги ФЛ”) мобиль ҡушымтаһы аша үҙҙәренең һалым иҫәпләүҙәрен ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
Һалым тураһындағы белдереүҙең ҡағыҙ формаһын һалым органынан йәки күп функциялы үҙәк офисынан барып алырға мөмкин.
- Һалым бурысының “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында күрһәтелмәүе уның түләнгәнлеген аңлатамы?
- Юҡ, улай түгел. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының "Бурыстар" бүлегендә бурыс тураһында мәғлүмәт бирелә. 2023 йыл өсөн милек һалымдарын түләү ваҡыты - 2024 йылдың 2 декабре. Шуға күрә түләнмәгән һалымдар тураһында мәғлүмәт ошо бүлектә 2 декабрҙән һуң ғына пәйҙә буласаҡ. “Дәүләт хеҙмәттәре” аша һалым тураһында белдереүҙәрҙе алыу өсөн порталдан тейешле ғариза ебәрергә һәм уға "Госключ" мобиль ҡушымтаһында ҡул ҡуйырға кәрәк. Ошонан һуң ғына “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына һалым тураһында белдереүҙәр ебәрелә.
- 2023 йылдың октябрендә транспорт һатып алған осраҡта транспорт һалымы һалынамы?
- Эйе, һалымды иҫәпләгәндә календарь йылда (ғинуарҙан декабргә тиклем) иҫәптә торған бөтә милек объекттары иҫәпкә алына. Мәҫәлән, әгәр объект һалым түләүсенең милкендә ике тулы ай һәм ике көн булһа, һалым өс тулы ай өсөн иҫәпләнә. Был айҙар һалым белдереүендә күрһәтелә, мәҫәлән, 3/12.
- Бәлиғ булмаған балалар һалым түләйме?
- Рәсәй Федерацияһының гражданлыҡ ҡануниәтенә ярашлы, бәлиғ булмаған балалар өсөн һалым түләү бурысы атай-әсәйгә, уллыҡҡа алыусыға йә опекунға йөкмәтелә. Әммә һалым, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, мөлкәт хужаһы - балаға ҡарата иҫәпләнә.
14 йәштән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар, законлы вәкилдәренең ризалығы менән, милке менән үҙаллы идара итергә һәм уның өсөн һалым түләргә хоҡуҡлы.
- Бала өсөн һалым тураһында белдереү ҡағыҙын нисек алырға?
- Һалым тураһында белдереү ҡағыҙын һалым органдары заказ хаты менән ебәрә, уны бала йәшәгән урындағы почта бүлексәһендә алырға мөмкин. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында белдереү ҡағыҙы килмәһә, баланың законлы вәкиле шәхсән һалым органына йәки күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итә ала. Үҙе менән паспорты һәм баланың тыуыу тураһында таныҡлығы булырға тейеш. Уллыҡҡа алыусының йәки опекундың опека органдарынан алынған өҫтәмә документтары булыуы мөһим.
- Шәхси кабинетта балаларға тәғәйен һалымдарҙы ҡарап буламы?
- “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисында атай-әсәйҙәргә балаларының һалым йөкләмәләрен белергә мөмкинлек биргән бүлек (“Семейный доступ”) булдырылған. Шәхси кабинетҡа бала тураһында мәғлүмәтте өҫтәр өсөн һалым органына йәки күп функциялы үҙәк офисына паспорт, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы, законлы вәкилдең вәкәләттәрен раҫлаған документтар менән мөрәжәғәт итеү зарур.
Шәхси кабинеттың “Профиль”/”Профиль көйләүҙәре” бүлегендә “Ғаилә менән инеү” (“Семейный доступ”) ҡушымтаһын һайлап, ҡулланыусыны - бәлиғ булмаған баланы өҫтәргә һәм уның шәхси кабинетына запрос ебәрергә кәрәк. Шунан баланың шәхси кабинетында был запросты раҫларға ғына ҡала.
Был функцияны ғәмәлләштергәндән һуң "Һалымдар" бүлегендә балаларҙың профилдәре күрһәтелгән исемлек барлыҡҡа килә. Уның ярҙамында һалымдарҙы үҙегеҙгә уңайлы ысул менән түләргә (банк картаһы, онлайн-банк аша) йәки квитанцияны баҫтырып сығарырға мөмкин. Атай-әсәйҙең шәхси кабинетына өҫтәлгән балаларҙың профилдәре улар бәлиғ булғас, автоматик рәүештә юҡҡа сыға.
- Бала өсөн мөлкәт һалымдарын түләмәгән осраҡта нимә була?
- Ваҡытында түләнмәгән һалымдар өсөн 2 декабрҙән һуң көн һайын пеня өҫтәлә (РФ ҺК-ның 75-се статьяһы).
- Хаҡлы ялдағы I төркөм инвалидына ни өсөн һалым түләүе бар?
- Пенсионерҙар һәм I төркөм инвалидтар өсөн һәр төр объектҡа ҡарата (фатир йәки бүлмә, торлаҡ йорт, гараж) мөлкәт һалымы буйынса ташламалар ҡаралған. Ер һалымын иҫәпләгәндә иһә бер ер участкаһының 6 сутыйына һалым һалынмай. Шул уҡ ваҡытта ташлама һалым льготаларын ҡулланыу өсөн нигеҙҙәр һанына ҡарамаҫтан, һәр төр һалым һалыуҙың бер генә объектына ҡарата бирелә (пенсионер һәм I төркөм инвалиды). Бәлки, оло кешенең бер төрлө ике объекты барҙыр. Мәҫәлән, 2 фатир, 2 ер участкаһы йәки майҙаны 6 сутыйҙан ашыу булған бүлем.
Һалым ставкалары, һалым ташламалары тураһында мәғлүмәт менән Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәте сайтында (https://www.nalog.ru/rn77/service/tax/) йәки һалым органдары һәм Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең бәйләнеш үҙәге (8 800-222-22-22) аша танышырға мөмкин.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ниндәй ташламаларға хоҡуҡлы?
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бер фатир, бер гараж, бер торлаҡ йорт өсөн түләүҙән азат итеү рәүешендә физик шәхестәр мөлкәтенә һалым буйынса ташламалар ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһы территорияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йә уларҙың ғаилә ағзалары транспорт һалымын түләүҙән азат (теркәлгән никахта булған граждандар өсөн - тормош иптәше, никахта булмағандар өсөн - атаһы йәки әсәһе).
Ике һәм унан күберәк транспорт сараһы булған осраҡта, ташлама хужаның теләге буйынса һәр типтағы бер транспорт сараһына бирелә.
- Һалым түләүсенең шәхси кабинетында мөлкәт һалымы буйынса иҫәп күрһәтелмәгән, шул уҡ ваҡытта фатирҙың 1/3 өлөшө уның милкендә. Ни өсөн һалым тураһында белдереү юҡ?
- Әгәр һалым түләүсегә ташламалар ҡаралһа йәки закон нигеҙендә һалым түләүҙән тулыһынса азат ителһә, шулай уҡ һалымдарҙың дөйөм суммаһы 300 һумдан кәм булһа, белдереү ебәрелмәй.
- Һалым суммаһы 300 һумдан кәм булып, белдереү ҡағыҙы ебәрелмәһә, 2 декабрҙән һуң пенялар һалынасаҡмы?
- Юҡ. Әгәр һалым 300 һумдан кәм иҫәпләнһә һәм белдереү ҡағыҙы булмаһа, ул саҡта 2023 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты киләһе йылға күсерелә. Тимәк, алдағы йылда һалым ике йыл өсөн иҫәпләнә, ә һалым түләү ваҡыты 2025 йылдың 1 декабренә тура килә.
- Әгәр белдереүҙә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт булһа, нимә эшләргә?
- Һалым һалына торған мөлкәт һәм уның хужаһы тураһында мәғлүмәтте һалым органдарына теркәү ғәмәлдәрен тормошҡа ашырыусы органдар (Росреестр, ЮХХДИ һ.б.) тапшыра. Улар был мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө, тулылығы һәм актуаллеге өсөн яуаплы.
Әгәр һалым белдереүендә мөлкәт объекты йәки уның хужаһы (шул иҫәптән объектҡа эйә булыу осоро, һалым базаһы, адресы) тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт булһа, уны тикшереү һәм актуалләштереү өсөн һалым органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Мөрәжәғәтте түбәндәгесә ебәрергә мөмкин:
- һалым түләүсенең шәхси кабинетындағы "Милек" бүлеге аша (раҫлаусы документтарҙың сканобразын/фотоһүрәттәрен ебәреү зарур);
- “Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә” Интернет-сервисы аша;
- һалым органына шәхсән килтерергә;
- почта аша ебәрергә.
Һалым органы тикшереү уҙғарып, кәрәкле үҙгәрештәрҙе индерергә, һалымдарҙы яңынан иҫәпләп, белдереү ҡағыҙын формалаштырырға һәм мөрәжәғәткә яуап ебәрергә тейеш.
- Һалымдарҙы нисек түләргә?
- Һалымдарҙы һалым түләүсенең шәхси кабинетында йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында түләргә мөмкин.
Шулай уҡ һалымды белдереү ҡағыҙында күрһәтелгән QR-код буйынса онлайн-банк ҡушымтаһы аша, комиссияһыҙ Сбербанк кассаһында (башҡа банктарҙа комиссия тураһында мәғлүмәтте аныҡларға кәрәк), почтала йә банкоматта, “Һалымдар һәм пошлиналар түләү” сервисы арҡылы документтың УИН-ы буйынса түләргә мөмкин.
Әйткәндәй, 2023 йылдан алып һалым түләү берҙәм һалым түләүе рәүешендә тормошҡа ашырыла. Бөтә һалым керемдәре Рәсәй Ҡаҙналығын (Рәсәйҙең Һалым хеҙмәте) тулыландыра. Банктың атамаһы: “ОТДЕЛЕНИЕ ТУЛА БАНКА РОССИИ//УФК по Тульской области, г. Тула” .