Быйылғы йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителгәйне. Ул үҙенсәлекле балалы ғаиләләргә, эшкә яраҡлы йәштәге инвалидтарға ярҙам итеүгә етди иғтибар бүлергә вәғәҙә итте. Хәстәрлек инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеүҙе ойоштороуҙы, һөнәри белем биреүҙе, уңайлы мөхит тыуҙырыуҙы, социаль инфраструктура, реабилитациялау һәм социализациялау системаларын булдырыуҙы үҙ эсенә ала. Республика Башлығы мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итергә кәрәклегенә баҫым яһаны. Төп бурыс - уларҙың йәшәү кимәлен күтәрерлек уңайлы мөхит булдырыу, кешеләргә йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам иткән технологияларҙы индереү.
Байрам алдынан фойела сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе тәҡдим ителде, унда тәүге тапҡыр Туҡан һәм Тирлән ауыл биләмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Теләгәндәргә “Теләк шары” акцияһында ҡатнашырға мөмкин булды.
- Күргәҙмәлә минең ырғаҡ менән бәйләнгән ҡул эштәре, алмаз мозаикалары, һандар буйынса йыйылған картина, шағирәбеҙ Ольга Федоованың 3 китабы һәм Елизавета Бочарованың бик күп ҡул эштәре – ырғаҡ менән бәйләнгән өй, самауыр, сиркәү һәм башҡалар ҡуйылған. Һәр ҡул эше үҙенсәлекле һәм зауыҡ менән эшләнгән, шуға күрә концертҡа килеүселәр улаҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай, - ти Туҡандан Людмила Симонова.
84 йәшлек Тәслимә Фәхретдинованың сатрашлап сигелгән картиналары, бәйләнгән әйберҙәре лә күптәрҙә һоҡланыу уятты. Ҡул эшенә маһир, оҫта ҡуллы инәй яҡындарына үҙе бәйләгән шәл, өҫ-баш кейемдәре, кофталар бәйләп бүләк итергә ярата.
Күргәҙмә менән танышҡас, барыһы тамаша залына үтте. “Фиеста” бал бейеүҙәренең дәртле сығышынан һуң, сәхнә түренә муниципаль район хакимиәте башлығы Кирилл Егупов саҡырылды:
- Белорет ҡалаһында һәм районында 7 меңгә яҡын инвалид иҫәпләнә, шуларҙың 500-гә яҡыны - балалар. Улар араһында көслө, социаль әүҙем, ижади шәхестәр күп - улар спорт, музыка, бейеү менән шөғөлләнә, йырлай, һүрәт төшөрә һәм шиғырҙар уҡый. Көн һайын ауырлыҡтарҙы еңеп сығалар, әммә төшөнкөлөккә бирелмәйҙәр, тулы ҡанлы тормош алып барырға тырышалар һәм шуның менән беҙгә өлгө күрһәтәләр. Киләсәктә лә рух күтәренкелегендә, кәйефегеҙ көр булып һәм тормоштан йәм табып йәшәргә яҙыуын теләйем, - тине Кирилл Владимирович. Унан һуң күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, ижади ҡаҙаныштары һәм өлкән быуын инвалидтарын реабилитациялаған өсөн Ольга Трифонованы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Урындағы инвалидтар йәмғиәте рәйесе Сергей Андриянов барыһын да байрам менән ҡотланы, быйылғы йылда юбилейҙарын билдәләгән бер төркөм “Родничок” вокал төркөмө ағзаларына бүләктәр тапшырҙы.
Байрам концертында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән артистар һәм ҡала коллективтары төрлө инструменттарҙа сағыу бейеү номерҙары, йырҙар, музыкаль композициялар тәҡдим итте. Тамашасылар “Родничок” вокал төркөмөнөң (етәкселәре Ольга Трифонова), “Ағиҙел һылыуҙары” башҡорт бейеү коллективының (етәкселәре Нәргизә Асҡарова), “Карнавал” шоу-балетының, һаңғырауҙар йәмғиәте бейеү коллективының сығыштарын, Виктория Лыгина, Владимир Тимофеев, Анастасия Исайкина, Гөлшат Йомадилова, Кирилл Максименко, Илнар Хөсәйенов, Ольга Тарасова, Олеся Басирова, Александр Ефимовтың моңло йырҙарын, Рәмил Аҫылбаевтың йыр һәм ҡурай моңдарын, Валентина Бединаның шиғыр уҡыуын, Зөлхизә Эниеваның думбырала уйнауын алҡыштарға күмде һәм матур ял бүләк иткәндәре өсөн ойоштороусыларға рәхмәт белдереп таралышты.
Ирина РЕУС, район хакимиәте башлығы советнигы:
Радий Фәрит улы шулай ук инвалид балаларҙы тәрбиәләгән махсус хәрби операцила ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында әйтте. “Беҙ уларҙы сараларға, танылған кешеләр менән осрашыуҙарға йышырак саҡырыуҙарын теләйбеҙ. Беҙгә уларҙың герой аталарының абруйын һәм әһәмиәтен аңлауҙары бик мөһим”, - тине ул.
Районда сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлекләре сикләнгән балаларҙың тормошон яҡшыртыу маҡсатында республика һәм федераль программалары тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе - “Уңайлы мөхит” программаһы. Инвалид балалар өсөн райондың белем усаҡтарында пандустар, тотҡалар ҡуйыла. Махсус уйын, спорт майҙансыҡтары төҙөү өсөн проекттар ғәмәлгә ашырыла, балаларҙың һаулығын нығытыуға, таланттарын үҫтереүгә иғтибар бирелә.