Саралар 9 декабрҙә башланды.
Ағымдағы йылдың 11 айында Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ линияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алмағанда, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 5146 эш төҙөгән, 2 миллион һумдан ашыу суммаға штраф һалынған, 1,6 миллион һум самаһы аҡса түләтелгән.
Полиция граждандарға Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, закон менән билдәләнгән ваҡытта административ штраф түләмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралғанын иҫегеҙгә төшөрә. Был статьяның санкциялары: ике тапҡыр штраф һалыу, 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу һәм 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эшкә йәлеп итеү.
Мәҫәлән, быйыл Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 20.25-се статьяһы буйынса 302 Белорет кешеһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Суд ҡарары буйынса административ язаны үтәүҙән ҡасҡан өсөн 24 кеше ике тапҡыр штраф түләргә мәжбүр була, 264 яуыз штраф түләмәүсегә ҡарата административ ҡулға алыу рәүешендә яза сараһы һайлана, 5 кеше мотлаҡ эшкә йәлеп ителгән.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге граждандарға административ штрафтарҙы ваҡытында түләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Административ штрафтар буйынса бурыстар тураһында мәғлүмәтте Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6-сы йорт, 506-сы кабинетта (полиция бүлеге) белергә мөмкин.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ-ның рәсми сайтында шәхси кабинет аша электрон төрҙә алырға мөмкин www.gosuslugi.ru, шулай уҡ Блюхер урамы, 8-се йорт, 2-се кабинет адресы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы бүлегендә.
“Бурыслы” иҫкәртеү саралары 16 декабргә тиклем уҙғарыла.
Альбина НӘҮШИРБАНОВА, район буйынса полиция бүлегенең административ ҡануниәтте үтәү буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы.