Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Декабрь , 10:22

Белорет ҡунағы ҙур суммаға алданған

“Яңы смартфон һатып алығыҙ” - мутлашыусылар үҙҙәренең элекке алдау схемаларына яңылыҡтар индерә башланы.

Белорет ҡунағы ҙур суммаға алданған
Белорет ҡунағы ҙур суммаға алданған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының районы буйынса бүлегенә Силәбе ҡалаһынан 54 йәшлек ир ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Йөк тейәү машинисы һөйләүенсә, уға мессенджерҙа ул эшләмәгән предприятие етәксеһе яҙған. Элекке эш биреүсе ойошмала ниндәйҙер мәғлүмәт таралыуы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында силәбе кешеһенең аҡсаны сит илгә күсереүенә бәйле һорауҙар тыуыуы тураһында хәбәр итә.

Тиҙҙән ғариза биреүсегә төрлө кешеләр шылтырата башлай, улар үҙҙәрен банк хеҙмәткәре, финанс мәсьәләләре буйынса инспектор һәм тәфтишсе тип таныштыра. Шылтыратыусылар ирҙе Рәсәйгә ҡаршы булған илдәргә бағыусылығы өсөн енәйәт яуаплылығы менән ҡурҡыта, хоҡуҡ һаҡлаусыларға силәбе кешеһен компроматлаусы кешеләрҙе эҙләүҙә нисек ярҙам итергә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирә. Һөҙөмтәлә, улар ирҙе бөтә банк иҫәптәрен “туңдырырға” һәм икенсеһен асырға кәрәклегенә ышандыра. Иргә шулай яңы кеҫә телефоны һатып алырға, уға түләү ҡушымтаһын күсереп алырға ҡушалар.

Әңгәмәселәрҙең баҫымы аҫтында ғариза биреүсе кредит картаһындағы аҡсаһын  виртуаль иҫәпкә күсерә, ул уны сит кеше исеменә үҙе аса. Ир 730 мең һумдан “ҡолаҡ” ҡаға. Тик мутлашыусылар менән һөйләшеү тамамланғандан һуң ғына ул кем менән эш иткәнен аңлай.

Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү бара.

Полиция граждандарҙы уяу һәм аңлы булырға саҡыра. Бер ниндәй рәсми кеше лә мессенджер аша шылтыратып, финанс мәсьәләләрен дистанцион хәл итмәйәсәк һәм бигерәк тә һеҙҙән ниндәй ҙә булһа ҡушымта урынлаштырыуҙы һәм смартфон һатып алыуҙы талап итәсәк.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: