Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Декабрь , 14:53

Бер үк мутлашыусы хәйләһенә эләккәндәр

Белорет полиция бүлегенең дежур бүлегенә Туҡан ауылынан ике кеше мөрәжәғәт итеп, енәйәтселәр алдау юлы менән миллион һумдан ашыу аҡсаһын алыуын белдерә.

Бер үк мутлашыусы хәйләһенә эләккәндәр
Бер үк мутлашыусы хәйләһенә эләккәндәр

63 йәшлек ауыл кешеһе өҫтәмә эш табырға теләүе тураһында һөйләй. Интернетта ҡиммәтле ҡағыҙҙарға инвестициялар тураһында реклама уға перспективалы эш булып күренә. Ул ниндәйҙер финанс аналитигы менән бәйләнешкә инә һәм уның етәкселегендә биржаға тулыһынса тиерлек кредитҡа алынған 309 мең һум аҡсаһын күсерә.

Килемде сығарырға ваҡыт еткәс, куратор килеп тыуған проблемалар һылтауы менән икенсе кешенең банк иҫәбе кәрәклеген хәбәр итә. Тукан кешеһе ярҙам һорап 53 йәшлек ауылдашына мөрәжәғәт итә. Ир баш тартмай һәм шул уҡ финанс аналитиктың күрһәтмәһе буйынса эш итеп, үҙенең телефоны аша күрһәтмәләрҙе үтәй. Ауыл кешеһе нимә эшләгәнен ул тәфтишсегә аңлата алмай, видеоэлемтә аша әңгәмәсе тиҙ һәм ҡәтғи күрһәтмәләр бирә. Һөҙөмтәлә, ул миллион һумдан ашыу суммаға кредит рәсмиләштергән һәм уларҙы сит иҫәптәргә күсергән.

Ялған-брокер бының менән генә туҡтап ҡалмай һәм ҡорбанынан шул уҡ схема буйынса процент алыу өсөн тағы бер кешене табыуын һорай. Бәхеткә күрә, өсөнсө ауыл кешеһенә банк кредит алыуҙы хупламай һәм матди юғалтыуҙар кисермәй. Шул саҡта ғына ирҙәр алданғанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ҡатмарлы тарихты тәфтишселәр һәм оперативниктар тикшерә.

Тағы бер тапҡыр полиция хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: әгәр һеҙгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалынған аҡсанан ҙур табыш вәғәҙә итһәләр, был - мутлашыусылар! Бер ҡасан да телефон аша аҡса тураһында, иҫәптән аҡса алыу һәм күсереү, кеҫә телефонына ниндәй ҙә булһа ҡушымталар ҡуйыу тураһында һүҙ барғанда, бирелгән күрһәтмәләргә буйһонмағыҙ.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: