Ҡаланың “Металлург” кинотеатрында балалар һәм үҫмерҙәр ѳсѳн реабилитациялау үҙәгенең һәм Үрге Әүжәндәге коррекция мәктәбенең сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалары, “Феникс” мөмкинлектәр үҙәге, “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге тәрбиәләнеүселәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары өсөн “Тылсымлы көҙгө” әкиәте күрһәтелде.
Әкиәттең авторы һәм әҙерләүсеһе Анастасия Романовская. Актерҙар - “Металлург” кинотеатры хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр артистар балаларҙы иҫ киткес матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Улар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары менән бергә күңел асты, уйындар уйнаны, һуңынан һәр кемгә “Урал спорт инвентарҙары” заводы директоры Азат Вилданов әҙерләгән тәмлекәстәр бүләк ителде.
- Әкиәттә костюмдар уңышлы һайланған, музыка бик яҡшы ҡуйылған. Быларҙың барыһы артында ойоштороусыларҙың иҫ киткес ҙур тырышлығы һәм хеҙмәте тора. Ябай ғына әкиәт нигеҙендә изгелек менән яуызлыҡ, яманлыҡ менән яҡшылыҡ көрәше ята һәм балалар Ҡыш бабай һәм уның ярҙамсыларына ошо ҡара көстәргә ҡаршы көрәшергә ярҙам итте, матур, изге күңелле Ҡарһылыуҙы Яңы йыл байрамына “ҡайтарҙы”.
Балаларға Яңы йыл әкиәтен әҙерләп күрһәткәндәре, байрам кәйефен хасил иткәндәре өсөн “Металлург” кинотеатрына, талантлы актерҙарға рәхмәт! - тине әсәйҙәр.