Хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарынан, банктан, кәрәзле элемтә операторынан, йәки башҡа дәүләт органдарынан шылтыратыу килдеме? Һеҙҙең аҡсағыҙҙы үҙ ҡулына алырға һәм уларҙы законһыҙ эшмәкәрлекте финанслауға күсерергә, туплаған аҡсағыҙҙы “хәүефһеҙләндерергә” өгөтләгән уйҙырма енәйәтселәр тураһында һөйләйҙәр?
Шунда уҡ трубканы ҡуйығыҙ! Улар - мутлашыусылар! Уларҙың маҡсаты - һеҙҙең тупланмаларығыҙҙы тартып алыу, ә һуңынан уларҙы кире ҡайтарыу һылтауы менән һеҙҙе енәйәт ҡылырға этәреү.
Банк бүлексәләрен, күп функциялы үҙәктәрҙе, хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарының машиналарын яндырыу тураһында хәбәрҙәр күп тапҡырҙар килә. Һәр осраҡта ла уларҙы мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләккән ябай граждандар ҡыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: дәүләт органдары, финанс учреждениелары, кәрәзле элемтә операторҙары йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы вәкилдәре шылтыратты икән - трубканы ҡуйығыҙ! Мутлашыусыларға һеҙҙе яңылыш юлдан яҙҙырырға мөмкинлек бирмәгеҙ. Ойошмаларҙың, йәки ведомстволарҙың рәсми телефондары буйынса килгән мәғлүмәтте үҙегеҙ тикшерегеҙ.
Әгәр мутлашыу ҡорбаны булһағыҙ, йәки һеҙҙе енәйәт ҡылырға этәрһәләр, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Уяу булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡурҡытырға, йәки алдарға юл ҡуймағыҙ!