Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Ғинуар , 16:57

Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ!

2025 йылдың 1 ғинуарынан алып бөгөнгө көнгәсә Белорет районы биләмәһендә 1 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 3 кеше яраланған, һәләк булыусылар юҡ.

Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ!
Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ!

Механик зыян күргән 55 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Район буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 159 административ хоҡуҡ боҙоуҙы асыҡлаған һәм протокол төҙөгән.

Мәҫәлән, 3 ғинуар көнө сәғәт 12.00 тирәһендә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 147-се саҡрымында, 1958 йылғы водитель Renault Duster маркалы еңел автомобиль менән идара итеп, Белорет ҡалаһы яғынан Өфө ҡалаһы йүнәлешендәге хәрәкәттә киҫкен боролоштан сыҡҡанда руль идаралығын юғалтып, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм Инйәр яғынан Белорет ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткән Nissan X-Trail маркалы еңел автомобиль менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Nissan X-Trail автомобиленең  бер,  Renault Duster автомобиленең ике пассажиры ашығыс медицина ярҙамы менән Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының травматология бүлегенә оҙатыла, унда уларға медицина ярҙамы күрһәтелә.

 Хөрмәтле водителдәр!

Юлда иғтибарлы һәм уяу булығыҙ, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихтирам күрһәтегеҙ. Юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау өсөн һауа шарттарына ярашлы тиҙлек режимын һайлағыҙ, билдәләнгән арауыҡты һаҡлағыҙ, эскән килеш рулгә ултырмағыҙ, маневр ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ! Һәр ваҡыт юл бирергә кәрәк булған йәйәүлеләр тураһында онотмағыҙ.

Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА, полицияның кесе лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: