Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Ғинуар , 11:29

Мутлашыусы иҫәбенә - 3 миллион

Белорет районында йәшәүсе ҡатынды мутлашыусылар 3 миллион һумға тиерлек алдаған.

Мутлашыусы иҫәбенә - 3 миллион
Мутлашыусы иҫәбенә - 3 миллион

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең дежур бүлегенә Ҡатай ауылында йәшәгән ҡатын аҡса урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Пенсионер ҡатын әйтеүенсә, уға мессенджерҙа энергия һатыу компанияһы хеҙмәткәре шылтыратҡан. Шылтыратыусы уның счетчигы тикшерелергә тейешлеген әйтә һәм уңайлы булһын өсөн был хеҙмәткә электрон сиратҡа яҙылырға тәҡдим итә. Бының өсөн ул хәбәрҙә килгән кодты әйтергә ҡуша.

Ҡатын хәйләгә шикләнмәйенсә кодты хәбәр итә, ә тиҙҙән уға ялған дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм күңелһеҙ яңылыҡтар менән банк вәкилдәре шылтырата башлай. Мутлашыусылар әйтеүенсә, код йәшерен булған һәм уны тапшырырға ярамай, ә хәҙер ҡатындың банк иҫәбендәге бөтә аҡса хәүеф аҫтында. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн шылтыратыусылар “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә тәҡдим итә һәм ҡатын уларҙың күрһәтмәһе буйынса эшләй. Һөҙөмтәлә ул мутлашыусылар иҫәбенә 3 миллион һумға яҡын аҡса күсерә. Аҡса уның шәхси тупланмаһы һәм туғанының аҡсаһы була. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ауыл ҡатыны полиция хеҙмәткәрҙәренә мутлашыу хәйләләре тураһында бик яҡшы белгәнен, әммә, ниңәлер уларға ҡаршы тора алмауын әйтә.

Граждандарға оло йәштәге туғандары һәм таныштары менән һөйләшергә, бер ҡасан да таныш булмаған кешеләрҙең күрһәтмәһе буйынса аҡсаға бәйле бер ниндәй ҙә эш башҡарырға ярамай, тип иҫкәртергә саҡырабыҙ.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: