Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Ғинуар , 10:52

Файҙалы кәңәшмә

Полиция хеҙмәткәрҙәре Белорет районының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе.

Файҙалы кәңәшмә
Файҙалы кәңәшмә

Кәңәшмә эшендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова, башлыҡ кәңәшсеһе Илгиз Теләүбаев, район Советы секретары Альберт Азаматов һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Фекер алышыу темаһы булып бер нисә мөһим мәсьәлә торҙо. Иң мөһиме - мәғлүмәт технологияларын ҡулланып мутлашыуҙы иҫкәртеү. Тимур Ғайсар улы уҙған йылда Белорет халҡы аферистарға 60 миллион һум самаһы аҡса биргәнен һөйләне, төрлө алдау схемаларының асылын ҡыҫҡаса тасуирланы, миҫалдар килтерҙе. Ул вазифалы кешеләргә был мәғлүмәтте ауыл халҡына еткереүҙе һорап мөрәжәғәт итте, иҫкәртеү эше кибер енәйәтселәргә ҡаршы көрәштә төп инструмент булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Тимур Сәйетгәрәевтың ауыл биләмәләре башлыҡтарына мөрәжәғәт иткән тағы бер үтенесе - полиция хеҙмәткәрҙәренә тораҡ пункттарҙа суррогат алкоголь һәм контрафакт тәмәке изделиелары һатыу нөктәләре, наркотик таратыусылар яратҡан урындар тураһында хәбәр итеү. Һәр шундай сигнал ентекле тикшереләсәк. Бергәләп эшләнгәнн бындай саралар ағыуланыу һәм легаль булмаған сауҙаны кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.                         

Үҙ сиратында, бер нисә ауыл хакимитәте башлығы баш полицейскийға үҙенең ҡул аҫтындағыларҙың эшенә ҡағылышлы теләктәрен белдерҙе. Уларҙың һүҙҙәренсә, ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа полицияның участка вәкилдәре эшен көсәйтеү зарур. Тимур Ғайсар улы бындай проблеманың барлығын һәм уның хеҙмәткәрҙәр етешмәүе менән бәйле булыуын раҫланы. Ғәмәлдә йыш ҡына бер участка ике-өс административ участканы хеҙмәтләндерә һәм ҡайһы берҙә өлгөрмәй. Полиция полковнигы кадрҙарҙы тулыландырыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораныә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡайһы бер ауыл биләмәләре башлыҡтары, киреһенсә, үҙҙәренең участка хеҙмәткәрҙәренең намыҫлы эшен билдәләне һәм уларға профессионаллек өсөн рәхмәт белдерҙе.

Кәңәшмә аҙағында Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлеге начальнигы, полиция майоры Римма Абзалова ауыл советтары етәкселәренең эшенә ҡағылышлы миграция ҡануниәтенең ҡайһы бер нюанстары хаҡында һөйләне.

Осрашыу бөтә ҡатнашыусылар өсөн файҙалы һәм һөҙөмтәле булды.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: