Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Ғинуар , 11:59

Банк хеҙмәткәренә награда

Белорет полицейскийҙары мутлашыуҙы иҫкәрткән банк хеҙмәткәрен бүләкләне.

Банк хеҙмәткәренә награда
Банк хеҙмәткәренә награда

Банк бүлексәһе етәксеһе клиенттарҙың күҙҙәрендә хәүеф күреп ҡала, берәй насарлыҡ бар тип шикләнә һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтырата.

9 ғинуарҙа банк офисына клиент ҡатыны менән 460 мең һум күләмендә аҡса алырға килә. Көйәләнгән ир менән ҡатын банк бүлексәһе етәксеһе Юлия Шамшееваның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Юлия Владимировна ни өсөн улай борсолоуҙарын асыҡларға теләп һорауҙар бирә башлай һәм иргә билдәһеҙ кешенең шылтыратыуын асыҡлай, ул уйлап сығарылған һылтау менән  үҙ иҫәбенән йәнәһе лә “хәүефһеҙ” тип һаналған иҫәпкә аҡсаһын күсерергә күндергән.

Финанс учреждениеһы хеҙмәткәре клиенттар менән әңгәмә үткәрә, мутлашыусыларҙың ниәтен аса һәм шундай уҡ осраҡтарҙы миҫалға килтерә. Белорет халҡы Юлиә Шамшееваның ышандырырлыҡ телмәренән һуң, уға ышанып аҡсаларын үҙ иҫәптәрендә ҡалдыра һәм мутлашыусыларға тарымай. Ир менән ҡатын иенсе көндө булған хәлде аңлап, банкка килә һәм хеҙмәткәргә аҡсаларын ҡотҡарғаны өсөн рәхмәт әйтә.

Тәртип һаҡсылары Юлия Владимировнаның һөнәрилеген, әүҙем гражданлыҡ позицияһын билдәләп үтте. Рәсәй Эске эштәр министрлығына йөкмәтелгән мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын файҙаланып, енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм киҫәтеү буйынса бурыстарҙы үтәүҙә булышлыҡ иткәне өсөн уға Рәсәй Эске эштәр министрлығының районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев һәм уның урынбаҫары, полиция майоры Азат Абдуллин рәхмәт белдерҙе.

Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм финанс ойошмалары хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә мутлашыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса берлектәге саралар күрә. Улар ярҙамында банк хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙең йоғонтоһо аҫтында булған клиенттарҙы таный һәм финанс операцияларын башҡарыуҙан баш тартырға күндерә.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: