Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Ғинуар , 17:14

Сит кеше картаһын ҡулланған

Белорет ҡатыны пенсионер картаһынан аҡса урлауҙа ғәйепләнә.

Сит кеше картаһын ҡулланған
Сит кеше картаһын ҡулланған

65 йәшлек ҡатын яңы күршеһе менән танышҡандан һуң 7 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

2024 йылдың декабрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә урындағы ҡатын ғариза менән мөрәжәғәт итә. Оло йәштәге ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә үҙенең банк картаһының юғалыуын асыҡлауын һөйләй. Уның һүҙҙәренсә, ул иҫәптән күсермә эшләү өсөн банк бүлексәһенә мөрәжәғәт итә һәм үҙе лә белмәйенсә картанан 7 мең һум самаһы аҡса күсерелгән булып сыға.

Полиция хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшкәндә ғариза биреүсе бер нисә аҙна элек уның фатирына ике ҡатындың шаҡыуын һәм яңы күршеләре булып танышыуын иҫенә төшөрә. Пенсионер уларҙы үҙ өйөнә индерә һәм эсергә тәҡдим итә. Алкоголь бөткәс, пенсионер ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһенә тағын магазинға барып килергә картаһын бирә һәм яңы танышынан түләү сараһын алырға онота.

Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсенең картаһынан 41 йәшлек ҡатын аҡса тотоноуын асыҡлаған. Ҡатын пенсионерҙың онотоусанлығынан файҙалана һәм бер аҙна дауамында контактһыҙ түләү юлы менән һатып алыуҙар яһай. Сит картанан бөтәһе 7 мең һумдан ашыу аҡса тотонола. Иҫәп-хисапта аҡса ҡалмағас, ҡатын пластик картаны ырғыта.

Банк иҫәбенән аҡса урлауҙа ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный, был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатын ҡылған эштәре өсөн закон буйынса яуап бирергә тейеш. Тикшереү тамамланған, эш материалдары судҡа ҡарау өсөн тапшырылған.

Айзирәк Нәжметдинова, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: