Белоретта буласаҡ закон хеҙмәткәрҙәре Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты һәм полиция бүлегенең эше менән танышты.
Рәсәй студенттары көнө алдынан, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре экскурсияға хоҡуҡ һаҡлау йүнәлеше буйынса белем алыусы Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ колледжы студенттарын саҡырҙы.
Тәүҙә I курс студенттары полиция бүлеге музейында булды. Экскурсовод Александр Борисков музей экспозицияһы менән таныштырҙы, бик күп ҡыҙыҡлы экспонаттар күрһәтте.
Һуңынан ҡунаҡтар бүлектең шәхси состав менән эшләү буйынса белгесе Вадим Әҙелмырҙин менән осрашты. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына хеҙмәткә инеү шарттары һәм өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне, Эске эштәр министрлығы системаһы вуздарында уҡыу тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.
Студенттарҙы полиция ҡоралланған махсус саралар ҡыҙыҡһындырҙы. Вадим Фәтих улы уларға уҡыу ҡоралдары, бронежилет, каска, электрошокер һәм ҡул бығауҙарын күрһәтте.
Студенттарға үҙенең эше тураһында эксперт-криминалистика бүлегенең өлкән эксперты Айҙар Талипов та һөйләне. Ул ни өсөн енәйәтсе-эксперт ваҡиғалар урынына бара, эҙҙәрен табыу һәм уларҙы алыу өсөн ниндәй инструменттар ҡуллана икәнен һөйләне. Ҡунаҡтарға детектив фильмдарҙа күрһәтелгән “Криминалист” сумаҙаны менән танышыу бәхете тейҙе. Студенттар эксперттың профессиональ комплектын ҡараны, полиция хеҙмәткәренә бик күп һорауҙар бирҙе, дактилоскопик магнит онтағын практикала һынап ҡараны.
Сара дуҫтарса мөхиттә үтте. Студенттарҙың күбеһе үҙҙәренең профессиональ тормошон хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләргә ниәтләй. Уларҙың әйтеүенсә, полиция хеҙмәткәрҙәренең эше менән танышыу уларҙың теләген нығыта ғына. Полиция хеҙмәткәрҙәре “десантсыларға” уңышлы уҡыу һәм студент тормошоноң күңелле ваҡытынан йәм табып ҡалыуҙарын теләне.
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.