Оператив кәңәшмә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министры урынбаҫары, юстиция полковнигы Юрий Баранов етәкселегендә үтте. Сарала полиция начальнигы, полковник Тимур Сәйетгәрәев, Рәсәй Эске эштәр министрлығының район бүлегенең шәхси составы, шулай уҡ Белорет район-ара прокуроры, өлкән юстиция советнигы Филүс Ғәйетҡолов ҡатнашты.
Министрлыҡтың район буйынса бүлегенең 2024 йылдағы оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһындағы доклад менән Тимур Сәйетгәрәев сығыш яһаны. Ул криминоген хәлдең үҫеш тенденцияларында ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүен билдәләне, әммә шул уҡ ваҡытта дөйөм эш һөҙөмтәһенә кире йоғонто яһаған нюанстар ҙа барлығын әтте. Мәҫәлән, 2023 йыл менән сағыштырғанда теркәлгән енәйәтселектең 1,7 процентҡа артыуы күҙәтелә. Был мәғлүмәт технологияларын ҡулланып ҡылынған енәйәттәрҙең (йәғни мутлашыуҙарҙың) 41 процентҡа артыуы, шулай уҡ компьютер мәғлүмәтенә законһыҙ үтеү менән бәйле енәйәттәрҙең (мәҫәлән, дәүләт хеҙмәттәре кабинетын мутлашыусыларҙың емереүе) артыуы менән бәйле. Әгәр был енәйәттәрҙе иҫәпкә алмаһаҡ, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр һаны кәмеүе күҙәтелә: үлтереү - 33 процентҡа, һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү - 15 процентҡа, урлашыу 44 процентҡа.
Район буйынса эске эштәр бүлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәре 2024 йылда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле 114 енәйәтте туҡтатты. Наркотиктар һаҡлаған өсөн - 39, һатҡан өсөн 6 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Бөтәһе 2 килограмдан ашыу наркотик тартып алынған.
Ыңғай үҙгәрештәр йәмәғәт тәртибен һаҡлауға ла ҡағыла. Мәҫәлән, урамда ҡылынған енәйәттәр һаны 14 процентҡа, йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр һаны 25 процентҡа кәмегән.
Оператив хәлгә аварияларҙы булдырмау һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йоғонто яһай. 2023 йыл менән сағыштырғанда юлдарҙа хәл яҡшырҙы. Мәҫәлән, 2024 йылда хеҙмәтләндерелгән биләмәләрҙә 55 юл-транспорт ваҡиғаһы булған (2023 йылға ҡарағанда 30-ға кәмерәк), уларҙа 9 кеше һәләк булған һәм 80 кеше яраланған. Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 10 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике бала һәләк булған һәм 12 бәлиғ булмаған юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы яраланған. Эскән водителдәр 7 юл-транспорт ваҡиғаһына юл ҡуйған, уларҙа 1 кеше һәләк булған, 14 кеше йәрәхәтләнгән.
Бүлектең ҡайһы бер хеҙмәттәре етәкселәрен тыңлап, Юрий Баранов 2024 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең эшен ойоштороу һәм оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә тигән һығымтаға килде. Ул эштәге етешһеҙлектәрҙе анализланы һәм уларҙы бөтөрөү буйынса саралар тәҡдим итте. Ағымдағы йылға бүлектең оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә өҫтөнлөклө бурыстар ҡуйҙы. Мәҫәлән, Юрий Борисович дәүләт эшмәкәрлеге өлкәһендә коррупция енәйәттәрен туҡтатыу буйынса эшмәкәрлеккә иғтибарҙы йүнәлтеүҙе һәм бюджет аҡсаһын урлауға ҡаршы сараларҙы көсәйтеүҙе талап итте.
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.