Рәсми бүлек
18 Февраля 2025, 11:15

Тыуған көндән - енәйәт ҡылыуға

Белоретта полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыу эҙҙәр буйынса автомобиль урлауҙы асыҡланы.

Тыуған көндән - енәйәт ҡылыуғаТыуған көндән - енәйәт ҡылыуға
Тыуған көндән - енәйәт ҡылыуға

9 февраль көнө Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә ҡаланың 25 йәшлек гражданынан ВАЗ-2110 транспорт сараһын урлау тураһында ғариза килә. Автомобиль хужаһы әйтеүенсә, ул кис уны шәхси йорто янында ҡалдыра, ә иртән тороуға “тимер аты” урынында булмай. Хужа асҡыстарҙы машина эсендә ҡалдырғанын белдерә.

Ваҡиға урынына  - Луначарский урамына тәфтиш-оператив төркөм юллана. Полиция хеҙмәткәрҙәре күршеләрҙән һорау ала, видеокүҙәтеү камераларының яҙмаларын ҡарай.

Оператив-эҙләү саралары барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юғалған автомобилде Киров урамындағы күп фатирлы йорт ихатаһында таба. Уның янында 23 йәшлек урында йәшәгән егет була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашҡан егет ҡулға алынған.

Ғәйепләнеүсе үҙенең дуҫтары менән тыуған көнөн билдәләгәнен аңлата. Байрамдан һуң ул өйөнә ҡайтып китә, ә юлда кемдеңдер бикләнмәгән автомобилен таба. Унда инеп ултырып, иҫерек егет йоҡлап китә, ә өшөп уянғас, ҡабыныу йоҙағының асҡыстарын күрә. Двигателде эшләтеп ебәргәндән һуң, егет машина менән дуҫтары янына күңел асыуҙы дауам итергә юллана.

23 йәшлек егеткә ҡарата Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 166-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (автомобилде урлау маҡсатыһыҙ законһыҙ үҙләштереү).

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас