► Миләүшә Иҙиәт ҡыҙы, бөгөнгө көндә үҙәк балалар поликлиникаһына күпме, бала беркетелгән һәм уларҙың сәләмәтлек торошона бер аҙ анализ биреп үтегеҙ әле?
- Беҙҙә 0 йәштән 17 йәшкә тиклемге 21 462 бала иҫәпләнә, был дөйөм район халҡы һанына ҡарата 22,1% тәшкил итә. (сағыштырыу өсөн - Рәсәйҙә был һан 22,4%). 17 696 бала - 0-15 йәштә (82,4 %), 15-17 йәштәгеләр - 3 766 (17,5%).
Демографияға килгәндә, тыуымдың кәмеүе күҙәтелә. Динамикаға күҙ һалғанда, һуңғы 10 йыл эсендә 0-17 йәштәге балалар һаны 12,1 %-ҡа (1-17 йәш - 16,3%-ҡа, 0-1 йәш - 47,8%-ҡа) түбән төшкән.
Бөгөнгө көндә 550 инвалид бала иҫәптә тора (2,5%). 2024 йылда 55 бала беренсе тапҡыр иҫәпкә ҡуйылды. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы ике йылда беренсе тапҡыр иҫәпкә алыныусыларҙың кәмеүе күҙәтелә. Патология буйынса тәүге урынды психик тайпылыштар - 160 (аҡылға зәғифлек - 59, аутизм - 28), икенсе урынды нервы системаһы ауырыуҙары - 159 (резидуаль энцефалопатия - 82, балалар церебраль параличы - 57), өсөнсө урынды тыумыштан килгән аномалиялар - 90 (ҡан әйләнеше системаһы аномалиялары - 18, нервы системаһы аномалиялары - 10) биләй.
► Инвалид балалар дарыуҙар менән тәьмин ителәме?
- Был категорияға ҡараған балаларҙың 382-һенә, йәғни 69,5%-ына бы-йылғы йылда социаль пакетты һаҡлап ҡалдыҡ. Йәғни улар дарыуҙар менән тәьмин ителеүгә хоҡуҡлы. “Круг Доб-ра” фонды буйынса 6 бала (Дюшен нозологияһы, тубероз склерозы, муковисцидоз, ахондроплазия, матдәләр алмашыныуы сирҙәре), ҡиммәтле дарыуҙар категорияһы буйынса - 5, орфан ауырыуҙары буйынса 3 бала дарыуҙар менән тулыһынса тәьмин ителә.
Әйткәндәй, “Круг Добра” - ғүмергә ҡурҡыныс янаған ауыр һәм хроник сирле, шул иҫәптән һирәк (орфан) сирле балаларға ярҙам итеү өсөн бюджеттан тыш дәүләт фонды булып тора. Ул 2021 йылдың 5 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Указы менән булдырылды. Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторған фондтың төп бурыстары булып, ауыр һәм хроник сирле балаларға хирургик һәм башҡа дауалар, ҡиммәтле дарыуҙар өсөн түләү, балаларҙы кәрәкле медицина изделиелары менән тәьмин итеү тора. Шуныһы ҡыуаныслы - был фонд арҡылы беҙҙең райондан да балаларға ярҙам бирелә.
“Льготалылар” өсөн дарыуҙарға финанс сығымдар йылдан-йыл арта ғына бара. 2024 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһында 769 549 кеше льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә хоҡуҡлы (шул иҫәптән федераль льготаға - 304 309 кеше, төбәк льготаһына - 465 240 кеше).
► Балаларҙа сирҙәрҙе иҫкәртеү, иртә диагностикалау - һеҙҙең эштең төп йүнәлештәре булып тора. Был йәһәттән ниндәй эштәр эшләнә?
- Бөгөнгө көндә патологияны иртә асыҡлау һәм иртә реабилитациялауға төп иғтибар бирелә. Был инвалидлыҡты иҫкәртеү, балалар үлеменә юл ҡуймау маҡсатында эшләнә. Белорет бала табыу йортонда тыумыштан килгән 36 сир буйынса наноталь скрининг үткәрелә! Был беҙҙең өсөн бик мөһим.
Профилактик күҙәтеүҙәр, иммунитет өсөн профилактик саралар даими һәм планға ярашлы уҙғарыла. Уҙған йылда 21 007 балаға, 400 - ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған һәм етем, 230 - опекаға бирелгән һәм уллыҡҡа алынған балаларға профилактик медицина тикшереүе үткәрелде. Профилактик тикшереү йомғаҡтары буйынса улар һаулыҡ төркөмдәре буйынса бүленде. Ҡыҙғанысҡа күрә, һөҙөмтә йылдан-йыл насарая бара. Мәҫәлән, 21 007 баланың ни бары 3 760-ы ғына сәләмәтлеге буйынса I төркөмгә (иң яҡшы) ҡарай. Был бик түбән күрһәткес.
Балалар поликлиникаһында реабилитациялау өсөн бик күп мөмкинлектәр булдырылған - дауалау гимнастикаһы, массаж, ортопедик, физик кабинеттар эшләй, логопед, психолог бар.
2017 йылда беҙ республикала тәүгеләрҙән булып иртә йәштәге балаларҙы абилитациялай башланыҡ, айырыуса һаулыҡтарында тайпылыш булған 1 йәшкә тиклемге балаларға өҫтөнлөк бирелде. Бында бөтә арсенал эшләй - дауалау физкультураһы, массаж, логопед күнекмәләре, психологтың ата-әсәләр менән эшләүе һәм башҡалар. Шулай уҡ беҙҙең һыу аҫты массажы ла бар. Иртә абилитациянан (2021 йылдан реабилитация) һуң балалар күҙгә күренеп “терелә”.
► Балаларға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелеүе тураһында ла әйтеп үтегеҙ әле?
- 2024 йылда 81 бала (был аҙ түгел, дөйөм инвалид балалар һанының 14,7%) республика учреждениеларында һәм унан ситтә - академик Г.А. Илизаров исемендәге Милли травматология һәм ортопедия медицина тикшеренеү үҙәгендә, академик Ю.Е. Вельтищев исемендәге педиатрия һәм балалар хирургияһы ғилми-тикшеренеү клиник институтында, Г.И. Турнер исемендәге балалар травматологияһы һәм ортопедияһы милли медицина тикшеренеү үҙәгендә, Эндокринология милли медицина тикшеренеү үҙәгендә, Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй балалар клиник дауаханаһы филиалында, академик С.Н. Федоров исемендәге күҙ микрохирургияһында, Федераль нейрохирургия үҙәгендә, В.А. Алмазов исмендәге милли медицина тикшеренеү үҙәгендә, Санкт-Петербург ҡолаҡ ғилми-тикшеренеү институтында, В.А. Насонова исемендәге ревматология ғилми-тикшеренеү институтында, Дмитрий Рогачев исемендәге балалар гематологияһы, онкологияһы һәм иммунологияһы милли медицина тикшеренеү үҙәгендә, И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетында юғары технологиялы медицина ярҙамы алды.
Әйткәндәй, 2024 йылда республика учреждениеларында 3728 бала юғары технологиялы медицина ярҙамы алған, 1762-һе федераль үҙәктәргә ярҙам күрһәтеүгә ебәрелгән. Шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә балаларға телемедицина консультациялары системаһы әүҙем үҫешә. Уҙған йылда Башҡортостандың һәр 4-се балаһы шифахана-курорт дауалауын алды, 10 меңдән ашыу бала медицина реабилитацияһын үтте. Республикала 8 махсуслаштырылған балалар медицина үҙәге булдырылды, улар иң ҡатмарлы сирҙәрҙә балаларға ярҙам күрһәтә (ген дерматоздары, үҫмерҙәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлау, балалар эндокринологияһы, муковисцидоз, орфан ауырыуҙары, менталь һаулыҡ, паллиатив ярҙам үҙәге).
► Паллиатив һауыҡтырыуға мохтаж балаларға ниндәй ярҙам күрһәтелә?
- Беҙҙә инвалидтар иҫәбендәге 16 бала паллиатив статусына эйә. Шуларҙың 14-е нервы системаһы ауырыуҙары, тыумыштан килгән патология һәм имгәнеү арҡаһында тағы берешәр бала иҫәптә тора.
Паллиатив пациенттарға амбулатор ярҙам участка принцибы буйынса күрһәтелә. Патронаж участка табибы-педиатры, участка фельдшеры, участка шәфҡәт туташы, табип- невролог, табип ортопед-травматолог, психолог тарафынан башҡарыла. 2024 йылда йәмғеһе 75 патронаж күрһәтелгән.
Өйҙәрендә паллиатив ярҙам алыусыларға йыл һайын медицина ҡорамалдары һәм сығым материалдары һатып алыуға ғаризалар бирелә. Паллиатив пациенттарҙың өйөндә ҡулланыу өсөн 12 медицина ҡорамалы тапшырылған (1 кислород концентраторы, 2 ҡаҡырыҡты сығарыусы прибор (откашливатель), 2 пульсоксиметр, 7 матрас). 2011 йылдан педиатрия бүлегендә балаларға паллиатив медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 1 карауатлы бүлмә бар. Ул тейешле ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған.
Уҙған йылда 25 бала 343 көн дауамында стационарҙа паллиатив һауыҡтырыу алды.
► Үҙәк район клиник дауаханаһының педиатрия бүлегендә уҙған йылда ремонт эшләнде.
- Эйе, былтыр педиатрия бүлегендә ҙур күләмдә ремонт эштәре атҡарылды: уйын бүлмәһе өсөн бөтә кәрәкле йыһаз һәм балалар йоҡо кәрәк-яраҡтары, шул иҫәптән яңы матрастар, юрғандар һәм мендәрҙәр һатып алынды. Бөгөнгө көндә бында балалар өсөн уйын бүлмәһе, ата-әсәһе баш тартҡан балалар өсөн палата, ике ванна-кер йыуыу бүлмәһе һәм дүрт палаталы ике бокс ремонтланды, йыһаздар, сантехника алыштырылды.
Педиатрия бүлегендә 72 карауат иҫәпләнә. Шул иҫәптән махсус педиатрия өсөн - 51, 1 - паллиатив. Йәнә хирургия бүлегендә балалар өсөн махсуслаштырылған 6 һәм инфекция бүлегендә 15 урын бар.
Уҙған йылда педиатрия бүлегенән 3 729 бала һауығып сыҡҡан. Шуларҙың 45-е реанимация аша үтте.
Шуны ла өҫтәп үткем килә, республикала 2023 йылда яңы махсуслаштырылған педиатрия ярҙамы үҙәктәре асылды, шул иҫәптән Балалар эндокринологияһы, Муковисцидоз, Орфан ауырыуҙары үҙәктәре һәм Менталь һаулыҡ үҙәге. Былтыр 36 сиргә киңәйтелгән неонаталь скрининг башланды, ә 2023 йылда киңәйтелгән генетик скрининг яңы тыуған сабыйҙарҙың 99,6 процентын тикшерергә мөмкинлек бирҙе. Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөлә, был балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе арттырырға мөмкинлек бирә.
► 2025 йылдан Башҡортостанда “Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк проекты старт алды. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләгеҙ әле?
- Ул “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Проектты тормошҡа ашырыуға 714,9 миллион һум ҡаралған, шуның 700,6 миллион һумы - федераль бюджеттан. Был аҡса, дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы үҙәктәре төҙөүгә, һигеҙ медицина ойошмаһында акушер-гинекологтар кабинеттарын һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын заманса үҙгәртеп ҡороуға һәм йыһазландырыуға йүнәлтелә.
Проект сиктәрендә 2025 йылда үҙәк район дауаханаларында акушер-гинекологтар кабинеттары базаһында дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөү һәм һигеҙ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асыу планлаштырыла.
► Һүҙҙе йомғаҡлап, гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Төрлө киҫкен респираторлы сирҙәр, киҙеү таралған осор булыуға ҡарамаҫтан, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, балалар поликлиникаһында табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр күп түгел (миҙгел сирҙәренән тыш). Был быйыл балаларҙың 63%-ының грипҡа ҡаршы вакцинацияланыуының һөҙөмтәһе тип әйтә алам һәм ата-әсәләргә прививкалар эшләтеүгә ыңғай ҡарашта булыуҙары өсөн рәхмәт әйтәм. Гриптан тыш, балаларға 13 сиргә ҡаршы вакцина эшләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, был саранан баш тартҡан ата-әсәләр беҙҙә бармаҡ менән һанарлыҡ һәм дөйөм балалар һанының 95%-на үҙ ваҡытында тейешле прививкалар яһала. Әлбиттә, ата-әсәләрҙән тыш, аңлатыу эштәре алып барған участка педиатрҙарының да был йәһәттән ярҙамы ҙур.
Барыһына ла һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем, үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың сәләмәтлегенә иғтибарлы булығыҙ, табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт итегеҙ!
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Миләүшә Иҙиәт ҡыҙы. Ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә еңеллек теләйем.